Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы үтте

   5 февралдә Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Премия бынан теүәл егерме бер йыл элек булдырылған. Ошо арауыҡ эсендә барлығы 55 арҙаҡлы шәхес лауреат булған.

  Сарала яҙыусылар Зөфәр Вәлит, Сәрүәр Сурина, Нурлан Ғәниевтар һәм күренекле әҙибәнең исемен 13 йыл инде ғорурлыҡ менән йөрөткән Башҡортостан “Китап” нәшриәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы йорт-музейында үткәрелгән кисә бик ихлас, йылы мөхиттә үтте. Район хакимиәте башлығы Ғайса Ғилметдин улы Янбаев 2019 йыл лауреаттарын тәбрикләп сығыш яһаны. Быйылғы лауреаттар Вәғиз Мәғизов, Рәзилә Ҡотлогилдина, Рәйес Ҡунаҡбаев үҙҙәренең ижадтары, эшмәкәрлектәре менән таныштырып үттеләр. Сара яҙыусыларҙың сығыштары, район артистарының концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ғайса Ғилметдин улы “Китап” нәшриәтен, Яҙыусылар союзын үтеп киткән юбилейҙары менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева үҙенең сығышында нәшриәт менән Күгәрсен районының тығыҙ бәйләнеше, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен киң ҡатлам уҡыусыға ваҡытында алып барып еткереүҙе төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуйыуҙары хаҡында һөйләне, лауреаттарға ижади уңыштар теләне. Баш мөхәррир район етәкселегенә, йорт-музейға нәшриәт исеменән китаптар бүләк итте. Улар араһында әҙибәнең яңыраҡ донъя күргән “Кәмһетелгәндәр” исемле романы ла бар ине. Нәшриәт ойошторған китап күргәҙмәһе сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар яңы сыҡҡан
06.02.2020

Возврат к списку