«Туғанлыҡ» фестиваленә китап һатыу күргәҙмәһе күркәм йәм өҫтәне

   

     Кисә Өфөлә Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ - ара фестивале асылды. Фестиваль Театр йылына һәм Башҡортостандың ойошторолоуына   100 йыл тулыуға арналды.

   Йола буйынса сара милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Унда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова һәм жюри, театр тәнҡитселәре, ҡунаҡтар ҡатнашты.

     «Туғанлыҡ» фестивален асыу тантанаһы аҙаҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры фойеһында үтте.

   Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең һатыу күргәҙмәһе сараға тағы ла күркәм йәм өҫтәне. Нәшриәт ҡунаҡтарға һәм сарала ҡатнашыусыларға үҙенең иң сағыу, иң яҡшы,иң йөкмәткеле китаптарын тәҡдим итте. Ҡунаҡтарҙы, бигерәк тә, Башҡортостан тәбиғәте, мәҙәниәте, тарихы, яҙыусылары тураһындағы китаптар ҡыҙыҡһындырҙы, шулай уҡ ҡатнашыусылар тарафынан белешмәләр, һүҙлектәр, календарҙар, балалар әҙәбиәте лә бик күпләп һатып алынды

    Аҙна буйына дүрт майҙансыҡта төрлө илдәр һәм республикаларҙың — Татарстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Ҡырым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз театрҙарының 13 спектаклен күрһәтеү ҡаралған. Спектаклдәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры, Башҡорт опера һәм балет театры, Рус дәүләт академия театры сәхнәләрендә үтә.





24.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика