«Тылсымлы әкиәттәр» донъя күрҙе

«Тылсымлы әкиәттәр» донъя күрҙе

    Уҡыусылар тарафынан көтөп алынған баҫма – башҡорт һәм рус (тәржемә) телдәрендә башҡорт халыҡ әкиәттәренән торған «Тылсымлы әкиәттәр» китабы (төҙөүсеһе М. С. Игебаева) донъя күрҙе. Йөкмәткеле, сағыу итеп биҙәлгән, сифатлы ҡағыҙҙа баҫылған китап кесе йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн һәйбәт бүләк буласаҡ.


   

    Башҡорт халыҡ әкиәттәре – халыҡ аҡылының балалар зиһененә үтеп инерлек итеп ябайлаштырылған формаһы. Борондан ололар үҙенең тормош тәжрибәһен, тәбиғәт, кешеләр, йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр, ғөмүмән, барлыҡ йән эйәләре, үҫемлектәр хаҡында күҙәтеүҙәрен, ваҡыт һынауын үткән тәрбиә ҡанундарын, изгелек менән яуызлыҡ төшөнсәһен әкиәт ерлегенә һалып, балалар күңеленә еткергән. Батырҙар, зирәк ҡыҙҙар, батшалар, ҡанатлы ат, аждаһалар, убырҙар һәм башҡа геройҙарҙың ҡылыҡтары аша кескәй тыңлаусылар яҡшылыҡ менән яманлыҡ, мәл менән мәңгелек, дөрөҫлөк менән ялған, дуҫ менән дошман, эшһөйәрлек менән ялҡаулыҡ, эскерһеҙлек менән әшәкелек кеүек төп йәшәйеш һорауҙарына яуап алған, шул рәүешле үҙҙәре лә аңғармаҫтан оло тормошҡа әҙерләнгән.




     Әлеге ваҡытта ла халыҡ ижадының әкиәт жанры үрҙә телгә алынған төп функцияларын һаҡлап ҡалған. Шуның менән бергә әкиәт балаларҙың художестволы һәм ассоциатив фекерләү һәләтен үҫтерә, уларҙа әҙәп-әхлаҡ нормаларын формалаштыра, сетерекле хәлдәрҙән сығыу моделен күҙалларға өйрәтә.

    Китапта бирелгән матур һүрәттәр, милли биҙәк элементтары әҫәрҙең йөкмәткеһенә баҙыҡлыҡ өҫтәү менән бергә, балаларҙың эстетик зауығын үҫтерә.

    Башҡорт халыҡ ижады гәүһәрҙәре тупланған был китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алығыҙ. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.


28.10.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика