Тынғыһыҙ ижадсыларға – юғары награда

  Кисә Республика йортонда   киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләүселәрҙе тәбрикләнеләр. Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм  БР Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһын  хөкүмәттең вице-премьеры  Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы.  
Түбәндәгеләр юғары наградалар алды:
- билдәле шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә быйыл яҙ донъя күргән «Һуғыш балалары һөйләй» исемле китабы өсөн 2020 йыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы;

- коллегабыҙ , техник мөхәррир Венера Абдрахмановаға һәм элекке хеҙмәткәр шағирә, журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваға  «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» исеме бирелде.

  Шулай уҡ  Республика башлығы Радий Хәбиров   яҙыусы Гөлнур Яҡуповаға  Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты дипломын тапшырҙы. Был награда уға  нәшриәттә донъя күргән «Тылсымлы ҡәләм» китабы өсөн бирелде.

  Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!  

  Фото:Валерий Шахов
09.10.2020

Возврат к списку