Уҡытыусылар өсөн методик ҡулланма

Уҡытыусылар өсөн методик ҡулланма

    «Китап» нәшриәтендә В.И. Хажин һәм Ф.Ә. Аҡҡужина авторлығында «“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” дәреслегенә методик ҡулланма» донъя күрҙе. Китап уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5–9 кластарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн тәғәйенләнә.

    «Методик тәҡдимдәр»ҙең маҡсаты – уҡытыусыны башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәренең йөкмәткеһе һәм төҙөлөү үҙенсәлектәре менән таныштырыу, дәреслектәрҙе уҡытыу процесында эффектлы файҙаланырға булышлыҡ итеү.

    Әсбапта теге йәки был әҫәргә, тел буйынса темаға ҡарата методик тәҡдимдәр, һүҙлек эшен ойоштороуға, фраза һәм һөйләмдәрҙең эске мәғәнәһен аңлатыуға, этно-мәҙәни һығымталар, сағыштырыуҙар яһарға күрһәтмәләр, аңлатмалар бирелә. Ҡайһы бер ҡатмарлыраҡ тип иҫәпләнгән темалар буйынса ентекләберәк һәм тулыраҡ итеп төҙөлгән дәрес өлгөләре күрһәтелә.

    Китапты тиҙҙән нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтында һатып алырға мөмкин буласаҡ. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

20.04.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика