Уҡыу баҫмалары донъя күрҙе

Уҡыу баҫмалары донъя күрҙе

    Нәшриәттә Ф.Ш. Сынбулатова авторлығында уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн «“Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре» (1-се класс; 3-сө класс, 1-се киҫәк), «“Башҡорт теле” дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре» (3-сө класс; 4-се класс), «“Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре» (2-се класс, 1-се һәм 2-се киҫәк), «“Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре» (4-се класс, 1-се киҫәк), «“Әҙәби уҡыу” дәреслегенә эш дәфтәре» (1-се класс), Ф.Ф. Мортазина һәм З.Ғ. Нафиҡова авторлығында уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн «Башҡорт теле: эш дәфтәре» (1-се класс) донъя күрҙе.

    Эш дәфтәрҙәрендә бирелгән материалдар уҡыу программаһына һәм дәреслегенә ярашлы тупланған. Уҡыусыға эштәр дәрестә йәки өйҙә үҙ аллы башҡарыу өсөн тәғәйенләнә.

    Эш дәфтәрҙәрен тиҙҙән «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин буласаҡ. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

01.03.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика