Уҡыу баҫмалары донъя күрҙе

Уҡыу баҫмалары донъя күрҙе

    Нәшриәттә Ф.Ш. Сынбулатова авторлығында башҡорт телендә уҡыу баҫмалары: «“Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре» (1-се класс), «“Башҡорт теле” дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре» (3-сө класс), «“Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре» (2-се класс, 1-се киҫәк), «“Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре» (4-се класс, 1-се киҫәк) донъя күрҙе.

    Эш дәфтәрҙәрендә бирелгән материалдар уҡыу программаһына һәм дәреслегенә ярашлы тупланған. Уҡыусыға эштәр дәрестә йәки өйҙә үҙ аллы башҡарыу өсөн тәғәйенләнә.

    Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн.

    Эш дәфтәрҙәрен тиҙҙән «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин буласаҡ. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

31.01.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика