Уҡыусыларына – мауыҡтырғыс әҫәрҙәре

  Ошо көндәрҙә талантлы журналист, яҙыусы, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостан  йыртма календарының  оҙаҡ йылдар  әүҙем төҙөүсе авторҙарының береһе Факил Мырҙаҡаев үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

  Факил Сәлих улын беҙ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад иткән хикәйә-повестары аша яҡшы беләбеҙ.  Яҙыусы әҫәрҙәрендә бөгөнгө үҫмерҙәрҙең  тормошон  сағылдыра,  уларҙың холоҡ-фиғел, кисерештәре, эш-шөғөлдәре, уйындары аша мауыҡтырғыс итеп еткерә алған. Улар – ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта һәр береһенең үҙ фекере бар, зирәк һәм тапҡыр,тырыш һәм сос малайҙар-ҡыҙҙар. Әҫәрҙәр йәш быуынды заман тыуҙырған рухи сирҙәрҙән азат итергә, йәмғиәт дусар булған ярамаған эш-хәлдәрҙән ҡурсаларға ярҙам итә.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте китап уҡыусыларға яҙыусының түбәндәге китаптарын тәҡдим итә.

"Ҡайын һуты".

  Был йыйынтыҡҡа ингән «Баҙарҙарға барһаң...», «Ҡайын һуты», «Хушлашыу вальсы», «Йәйге каникул» повестары һәм хикәйәләре шатлыҡ-һөйөнөстәре, ҡыйынлыҡ-көйөнөстәре, тәүге мөхәббәт хистәре, әхлаҡи  һәм рухи проблемалары менән бөгөнгө йәштәр донъяһын һынландыра.

  "Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге".

Был китап күптән түгел авторҙың юбилейы уңайынан   донъя күрҙе. Йыйынтыҡ уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән  «Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат»,  «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге»  повестарынан  һәм хикәйәләрҙән  тупланды.

Был  китаптарҙағы тәрән фекерле, бай йөкмәткеле әҫәрҙәр  балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмай. Һәр әҫәре үҙ уҡыусыһын таба тора, уларҙы уйландыра, донъяға ҡарашын киңәйтә. Улар  шундай ябай , еңел һәм мауыҡтырғыс итеп  яҙылған, уҡыған һайын уҡығы, геройҙарҙың артабанғы яҙмыштарын тиҙерәк белге килә.

Был китаптарҙы беҙҙең нәшриәттең  магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
13.11.2020

Возврат к списку