«Урал батыр» эпосы башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителде

«Урал батыр» эпосы башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителде

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы – «Урал батыр» эпосы баҫылып сыҡты. Әҫәр башҡорт һәм рус телдәрендә бирелде (Ә.Х. Хәкимов тәржемәһе).

    «Урал батыр» эпосы – Европа менән Азияны тоташтырып ятҡан Урал армыттарында иң боронғо дәүерҙәрҙән ғүмер кисергән башҡорт халҡының мифологик ҡараштары нигеҙендә ижад ителгән ҡабатланмаҫ ҡомартҡы ул. Әҫәрҙә донъя мәҙәниәтенә мәғлүм архаик эпостарға оҡшаш дөйөм типологик һыҙаттар һәм шулай уҡ уның үҙенә генә хас этник үҙенсәлектәр күҙаллана.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

02.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика