Урал рухы мәңгелек

      Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә «Урал батыр» эпосы китабы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе. Төҙөүсеһе, баш һүҙ һәм комментарийҙар авторы Әхмәт Сөләймәнов. Башҡорт теленән  рус теленә  Ә. Х. Хәкимов, инглиз теленә З. Ә. Рәхимова тәржемәләре, рәссамы А. Р. Мөхтәруллин.
     "Урал батыр" эпосы –  башҡорт фольклорында быуат төпкөлөнән бөгөнгәсә килеп еткән иң боронғо, беренсе һәм дә иң ҙур эпик әҫәр. Ул бөтә донъя әҙәбиәтендә мөһим урындарҙың береһен  алып тора. Эпоста халыҡтың мәңгелек тормош идеяһы һүрәтләнгән. Уҡый башлау менән, төп герой Уралдың изгелек һәм мәңгелек тормош өсөн көрәшеүе, һәр саҡ тура юлдан әйҙәүе  уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Яуызлыҡ һәм изгелек, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың көрәше ололарҙың ғына түгел, балаларҙың күңеленә лә барып етерлек итеп оҫта тасуирланған.
                                           «Барығыҙға шуны әйтәм:
                                           Яҡшылыҡ булһын  атығыҙ,
                                           Кеше булһын затығыҙ;
                                           Яманға юл ҡуймағыҙ,
                                          Яҡшынан баш тартмағыҙ!"-
                                          Тигән һүҙен әйткән дә
                                          Урал батыр үлгән, ти.
       Шулай уҡ балалар өсөн   Ғәбдрафиҡ Мырҙашев тарафынан «Урал батыр» башҡорт халыҡ әкиәте булараҡ төҫлө һәм сағыу һүрәттәр менән 2019 йылда нәшриәттә башҡорт телендә донъя күрҙе.
      Айҙар Хөсәйеновтың был эпос буйынса сыҡҡан  проза һүрәтләмәһе (мөхәррире Ә.Д. Хөснөтдинова, биҙәлеш мөхәррире А. Р. Мөхтәруллин) мәктәп уҡыусыларынан алып оло йәштәгеләрҙең дә яратҡан уҡыу ҡулланмаһына әйләнер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
      Китаптарҙы Октябрь проспекты,2 һәм  Туҡаев урамы,46 адрестары буйынса урынлашҡан фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
11.03.2020

Возврат к списку