В Литературной гостиной Национального музея Республики Башкортостан обсудили вопросы экологической культуры молодежи

27 февраля 2019 года в Национальном музее Республики Башкортостан состоялось мероприятие под названием «Литературная гостиная». Подобный формат встреч с посетителями является традиционным для Национального музея, организаторы мероприятия стараются воспроизвести атмосферу литературных гостиных ХІХ–ХХ вв., в которых происходил «живой диалог» между представителями мира искусства и культуры и их поклонниками.
Очередная Литературная гостиная в Национальном музее была посвящена теме «Йәш быуында экологик мәҙәниәт» – «Экологическая культура молодого поколения». Для обсуждения этой темы были приглашены: поэт, журналист, заместитель председателя Союза писателей Республики Башкортостан Рашит Зайнуллин, поэт и прозаик, учитель башкирского языка и литературы МБОУ Лицея №68 города Уфы Ринат Сулейманов, поэт и журналист, ответственный секретарь журнала сатиры и юмора «Һәнәк» – «Вилы» Ильгиз Ишбулатов.
Гостями Литературной гостиной Национального музея РБ стали учащиеся общеобразовательных школ Кировского района города Уфы: МБОУ «Гимназия № 3», МБОУ Школа № 9, МБОУ «Аксаковская гимназия № 11», МБОУ Школа № 18, МБОУ «Школа № 19», МБОУ «Лицей № 21», МБОУ Школа № 22, МБОУ Школа № 34, МБОУ Школа № 41, МБОУ «Школа № 45», МБОУ Школа № 119, МБОУ «Лицей № 160». Мероприятие дает возможность не только знакомиться с творчеством поэтов и писателей, но и лично принимать участие в обсуждении творческих процессов в литературе, задавать вопросы поэтам и писателям, высказать свою точку зрения по творчеству приглашенных гостей.
В начале мероприятия с приветственным словом на башкирском и русском языках выступили заместители генерального директора Национального музея Ильгиз Хайруллин и Сергей Севастьянов.
Рашит Зайнуллин ознакомил гостей с деятельностью Союза писателей Республики Башкортостан и прочитал свои стихотворения, написанные с раннего детского возраста, стихи, посвященные природе родного края. Он призвал детей заниматься творчеством, писать стихи и принимать участие в творческих конкурсах и проектах, которые проводит Союз писателей РБ и республиканские издания.
Ринат Сулейманов, как учитель башкирского языка и литературы, поделился опытом работы с учащимися, которые занимаются творческой деятельностью. Прочитал свои стихи, посвященные природе и красоте родного края.
Поэт и журналист Ильгиз Ишбулатов начал свое выступление стихотворением «Сит планета ҡунағы» («Гость из дальней планеты»), которое он написал еще в детском возрасте (9 класс), и где поднимается проблема экологического будущего планеты.
Участники Литературной гостиной задавали приглашенным поэтам и писателям вопросы, касающиеся их творчества. Ринат Сулейманов подарил несколько своих книг самым активным участникам Литературной гостиной.
В заключении мероприятия прозвучала башкирская народная мелодия «Буранбай». Произведение было исполнено ведущим мероприятия, научным сотрудником Национального музея РБ Ильдаром Шариповым на башкирском музыкальном инструменте курай.
После мероприятия была организована фотосессия с участниками Литературной гостиной и посещение залов Национального музея Республики Башкортостан.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһында йәш быуындың экологик мәҙәниәте хаҡында фекер алыштылар
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 27 февраль көнө «Әҙәби ҡунаҡхана» уҙғарылды. Бындай осрашыуҙар уҙғарыу Башҡортостан Республикаһының Милли музейында традицияға әйләнде. Был сараны ойоштороусыларҙың төп маҡсаттарының береһе, ХІХ–ХХ быуаттарҙа уҙғарылған әҙәби ҡунаҡханаларҙағы мөхитте һынландырыу һәм мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһе шәхестәре менән уларҙың ижадын һөйөүселәр араһында «тере диалог»ты йәнләндереү!
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында уҙған Әҙәби ҡунаҡхана «Йәш быуында экологик мәҙәниәт» тигән темаға арналды. Был темаға фекер алышыу өсөн шағир, журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылары ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин; шағир һәм прозаик, Өфөнөң 68-се һанлы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ринат Сөләймәнов; шағир һәм журналист, «Һәнәк»-«Вилы» журналының яуаплы сәркәтибе Илгиз Ишбулатов саҡырылды.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһына Өфө ҡалаһы Киров районының: 3-сө һанлы гимназия, «11-се һанлы Аксаков гимназияһы», 9-сы, 18-се, 19-сы, 22-се, 34-се, 41-се, 45-се, 119-сы һанлы мәктәптәр, 21-се, 160-сы һанлы лицей уҡыусылары саҡырылды.
Был сара шағир һәм яҙыусыларҙың ижады менән таныштырыуҙан тыш ҡунаҡтарға ижади мөхиткә булышлыҡ итеү мөмкинлеге лә бирә. Сөнки бында улар үҙҙәре әҙәбиәттә барған ижади хәл хаҡында фекер алышалар, саҡырылған шағирҙарға, яҙыусыларға һорауҙар бирәләр һәм уларҙың ижадына үҙҙәренең ҡарашын еткерәләр.
Башта сарала ҡатнашыусыларға башҡорт һәм рус телендә тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры урынбаҫарҙары Илгиз Хәйруллин менән Сергей Севастьянов сығыш яһаны.
Рәшит Зәйнуллин ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһының эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте һәм үҙенең бала саҡта яҙған, тыуған яҡ тәбиғәтенә бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ул балаларҙы ижад итергә, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһы, матбуғат саралары ойошторған ижади конкурстарҙа, проекттарҙа ҡатнашырға өндәне.
Ринат Сөләймәнов башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ мәктәп уҡыусыларын ижади юҫыҡҡа йүнәлтеү серҙәре менән уртаҡлашты, үҙенең тәбиғәткә һәм бөгөнгө экологик мөхиткә ҡағылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Шағир һәм журналист Илгиз Ишбулатов сығышын 9-сы синыфта уҡыған сағында яҙған «Сит планета ҡунағы» шиғыры менән башлап ебәрҙе. Был шиғыр саф эсәр һыуҙың ҡиммәтлеге, тәбиғәт ресурстарының һаҡһыҙ ҡулланыуҙың катастрофа менән янауы, планетаның экологик киләсәге тик унда йәшәүселәр ҡулында икәнлеге хаҡында һөйләй.
Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусылар саҡырылған шағир һәм яҙыусыларҙың ижадына ҡағылышлы һорауҙар бирҙеләр. Ринат Сөләймәнов Әҙәби ҡунаҡханала иң актив ҡатнашыусыларҙы үҙенең китаптары менән бүләкләне.
Сара барышында ҡунаҡтар өсөн ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө «Буранбай» яңғыраны. Был музыкаль әҫәр сараны алып барыусы Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов тарафынан башҡарылды.
Сара тамамланғас Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусылар өсөн фотосессия һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы күргәҙмәләрен ҡарау ойошторолдо.


http://museumrb.ru/2019/02/3733/
28.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика