Йәнлектәр ҡунаҡ йыя

Йәнлектәр ҡунаҡ йыя

   Фәйрүзә Фәтҡуллина «Урман табыны» китабы аша бәләкәй дуҫтарын тайыш табан Айыу, шеш ҡолаҡ Ҡуян, үткер тешле Бүре, сәнскеле Терпе, ҡупшы ҡойроҡ Төлкө, нәҙекәйбил Бал ҡорто, хәстәрлекле Ҡауҙы, егәрле Тумыртҡа, телдәр Һайыҫҡан һәм башҡа йәнлек менән ҡоштар мәжлесенә саҡыра. Бында кескәй уҡыусылар урман эйәләренең тормошо менән танышыр, уларҙың ҡылыҡтарын өйрәнер, «Ҡарға туйы»нда ҡатнашыр, үҙҙәре кеүек шуҡ малай һәм ҡыҙҙар менән дуҫлашыр.
    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
28.09.2016

Возврат к списку