«Йөрәк һүҙе»ндә йөрәккә үтеп инерҙәй шиғри шәлкемдәр!

17 декабрҙә Өфөнөң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһе үтә. Кисәлә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тамашасыларға Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», Рауил Бикбаевтың «Ете йөҙ етмеш ете хәҙис», Ирек Кинйәбулатовтың «Бер йәшәргә тыуҙым», Ҡәҙим Аралбаевтың «Ер йылыһы», Гөлфиә Юнысованың  «Туҡтатмағыҙ юлдарымда», Зөлфиә Ханнанованың «Мин – башҡорт, тип танышығыҙ», Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Ҡанатлы йөрәк», Рәшит Назаровтың «Ер һәм Йыһан йыры», Лилиә Һаҡмарҙың «Матур йәшәй белеү – батырлыҡ», Хәсән Назарҙың «Һайланма әҫәрҙәр», Фәнил Бүләковтың «Торналарҙы офоҡ саҡыр», Ринат Сөләймәновтың «Йөрәгемдә – яҙҙарым», Фәнил Күзбәковтың «Ҡаялағы ҡурай», Тамара Ғәниеваның «Һайланма әҫәрҙәр» һәм тағы ла башҡа авторҙарҙың бик күп шиғри йыйынтыҡтарын тәҡдим итә. Һатыу күргәҙмәһендә нәфис, балалар, фәнни-популяр әҙәбиәттән тыш һүҙлектәр, фотоальбомдар, Ҡөрьән китабы, 2019 йылға йыртмалы (отрывной), мәктәп, мосолман календарҙары ла урын аласаҡ.
Сәхнәлә танылған шағирҙар һәм актерҙар, музыканттар һәм журналистар, шиғриәт һөйөүселәр көс һынашыуы көтөлә. Күптәре — ғаилә дуэттары. Ун ике пар финалсы араһында — билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре күп: сәсәниә Розалиә Солтангәрәева һәм уның улы, скрипкасы Илшат Мөслимов, телевидение алып барыусылары Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар, Башҡорт драма театры актерҙары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, шағир Фәнил Бүләков, актриса Гөлбинә Сафуанова.
Шиғри бәйге барышында өс дуэт-финалсы билдәләнә, уларҙың береһе генә еңеп сығасаҡ.
Шиғри бәйгегә килегеҙ, йөрәккә үтеп инерҙәй шиғри шәлкемдәр алығыҙ, уҡығыҙ, тыңлағыҙ!
Сара киске сәғәт 7-лә башлана.
12.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика