«ЙӘШӘ, БАШҠОРТОСТАН» - ЙЫР-МОҢ ҺӘМ ШИҒРИӘТ БАЙРАМЫ

    2017 йылдың 7 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы ойошторған «Йәшә, Башҡортостан» исемле әҙәби-музыкаль кисә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, китап уҡыусыларҙы, йыр-моң һөйөүселәрҙе “Башҡортостан” дәүләт концерт залына йыйҙы.
        Республика көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисәлә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ҡунаҡтарға нәфис, балалар һәм фәнни-популяр әҙәбиәттән башҡа тағы ла бик күпләп төрлө календарҙар, фотоальбомдар, һүҙлектәр тәҡдим итте. Сараға килеүселәрҙе, бигерәк тә, шиғри йыйынтыҡтар, мәктәп һәм мосолман календарҙары ҡыҙыҡһындырҙы. Айырып әйткәндә, Рауил Бикбаевтың «Иң беренсе мөғжизә», Хисмәтулла Юлдашевтың «Һуҡмаҡ», Рәшиҙә Шәмсетдинованың «Ысыҡ һутындағы ҡисса», Ҡәҙим Аралбаевтың «Йыр йылыһы», Хәсән Назарҙың «Һайланма әҫәрҙәр», Әнисә Таһированың «Киске шәфәҡ йыры», Салауат Әбүзәровтың «Ғәмәл дәфтәре», Барый Ноғомановтоң «Шиғриәт», Йомабикә Ильясованың «Бәхет эргәһендә» һәм башҡа шағирҙарҙың китаптарын халыҡ яратып алды.
Башҡортостан дәүләт концерт залы сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ шағирҙарынан алып, күптән түгел ижад итә башлап, ҡәләм тибрәткән йәш шағирҙарҙы ла күрергә мөмкин ине. Ысын мәғәнәһендәге шиғыр һәм йыр-моң байрамында халыҡ шағирҙары, күренекле һүҙ оҫталары халыҡҡа шиғыр уҡып ҡыуандырһа, эстрада йондоҙҙары – Венер Камалов, Лина Ғәниева, Илгиз Абдрахманов һәм һәүәҫкәр бейеүсе – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы студенты Миңлегөл Төлкөбаева тамашасыларға йыр һәм бейеү бүләк итте.
    Башҡортостан Республикаһының Үҙаллылығын иғлан ителеү көнө алдынан йыйылған тамашала Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев барыһын да байрам менән ҡотланы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы, Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре шиғри һүҙ оҫталарын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
    Саранан һәр кем ҡәнәғәт булып, яҡты йөҙ, күтәренке күңел, милли рух тойғоһо менән таралышты.
        Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Яҙыусылар союзына ошондай мәртәбәле байрамдар ойошторғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә һәм республикабыҙ халҡын яҡынлашып килгән оло байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлай!



09.10.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика