Йәшәүгә дәрт, өмөт уята «Тауҙарҙа тыуған елдәр» (Фәиз Харрасовтың яңы китабы хаҡында)

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә балалар әҙәбиәтенә лә, оло йәштәге яҙыусылар һәм яңы ҡәләм тибрәтеүсе йәштәр ижадына ла ҙур иғтибар бирелә. Йәштәрҙең әленән-әле яңы шиғри йыйынтыҡтары, проза әҫәрҙәре нәшер ителә. Күптән түгел Ринат Сөләймәновтың, Фәнил Бүләковтың, Айгиз Баймөхәмәтовтың, Мөнир Иҡсановтың, шулай уҡ тағы ла башҡа бик күп ҡәләм оҫталарының хикәйә, повесть, шиғыр йәки башҡа әҙәби әҫәрҙәре бер-бер артлы донъя күрҙе. Уларҙың һәр береһендә тиерлек замана проблемалары, әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләренә ҡағылышлы бик күп һорауҙар яҡтыртыла. Әҙәбиәт донъяһына үҙ фекере, үҙ яҙыу стиле менән килеп ингән йәш автор Фәиз Харрасовтың әҫәрҙәрендә лә мөхәббәт, тоғролоҡ, йәшәйеш кеүек көнүҙәк мәсьәләләре асыҡ сағылыш таба. Авторҙың нәшриәттә яңы ғына донъя күргән китабы «Тауҙарҙа тыуған елдәр» тип атала. Йыйынтыҡта тормош-көнкүреш темаларына арналған төрлө хикәйәләр, нәҫерҙәр урын алған.
Йыйынтыҡта тупланған барлыҡ хикәйәләр ҙә тормоштан алып яҙылған, биографик характерҙа ижад ителгән, уларҙың араһында юморға ҡоролғандары ла бар.
«Минең тарих», «Тауҙарҙа тыуған елдәр», «Ебәрәм һине» әҫәрҙәрендә автор был тормоштоң ни тиклем генә ауыр мәсьәләләре, ҡараңғы яҡтары килеп сығыуға ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла йәшәүгә өмөттө, дәртте һүндермәҫкә, күңелде төшөрмәҫкә, яҡты киләсәк менән алға барырға, алға ынтылырға кәрәк тигән уй-фекер үткәрә. «Тауҙарҙа тыуған елдәр»ҙә хикәйәләү 1-се заттан алып барылып, яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙең иң төп проблемаһы – бала проблемаһына ҡайтып ҡала. Бер яҡтан шаулап-гөрләп туйҙар ҙа үткәрелгән, ғаилә лә ҡоролған, ҡайны һәм ҡәйнә йортонда булһа ла йәшәүгә урын да табылған, икенсе яҡтан, йәштәрҙең балаһы була алмауы улар араһында аңлашылмаусанлыҡ, өмөтһөҙлөк тыуҙыра. Ошондай йөкмәтке әҫәрҙең төп идеяһын билдәләй. Йәштәргә өлгө итеп автор Рәйсә инәй образын индерә. «Ире менән уларҙың балаһы булманы. Тәбиғәт шулай ҡарар иткән. Ә бит үҙҙәре ошо йәшкә тиклем бер-береһен шул тиклем ҡәҙерләп, ҡурсалап, тәрбиәләп, бер-береһенә таяныс, терәк булып йәшәй», – тип хикәйәләнә әҫәрҙә. Күренеүенсә, ниндәй генә ҡаршылыҡтар килеп тыуһа ла, өмөттө һүндерергә ярамай. Әҫәр шуға ла түбәндәге юлдар менән тамамлана: «Күңелдә өмөт уянды. Айсыуағым теге саҡта мине тормошҡа кире ҡайтарғайны. Инде хәҙер үҙем уны ҡотҡарырға бурыслы. Бергә йәшәргә лә йәшәргә әле беҙгә… Ҡулға-ҡул тотоношоп».
«Ебәрәм һине» хикәйәһе лә уҡыусының төп иғтибарын йәлеп итә үҙенә. Бында ла төп герой Мансаф ғүмер юлдашы, һөйгән ҡатыны Айзирәһен мәңгелеккә юғалтһа ла, Зәриә ҡыҙы өсөн йәшәргә тейешлеге хаҡында онотмай, кәләше менән бергә төҙөгән донъяларын һүндермәй алға илтә.
«Мин ғәйеплеме» әҫәре трагик рәүештә тамамлана – ҡулдарына IX класты тамамлау тураһында аттестат алған бер төркөм йәш үҫмерҙәрҙең ғүмере ҡапыл өҙөлә. Бында яҙыусы йәштәр араһында булған мөнәсәбәттәрҙе яҡтырта.
Фәиз Харрасовтың үҙенә генә хас булған тел үҙенсәлеген дә билдәләп үтергә кәрәк. Һәр әҫәрендә тиерлек ул кеше яҙмыштарын тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт миҙгелдәре аша оҫта һүрәтләй. «Беҙҙе осраштырған урын», «Ҡәбер ташы», «Ут» кеүек хикәйәләре тап тәбиғәтте һүрәтләүҙән башлана ла инде. Бына улар: «Ғинуарҙың тыныс, аяҙ, йомшаҡ көндәре. Ҡояш баҡҡанда, оҙон толомло нурҙары ап-аҡ ҡарҙарҙа сағылып, бар донъяны шундай сағыу яҡтылыҡҡа күмә» («Ут»); «Ҡанаттарын талғын ҡағып, ер өҫтөнә төн ҡошо төштө. Шуны ғына көткәндәй, һантый ел, мөйөштән сығып, ҡоторонорға кереште: урам буйҙарында ятҡан сүп-сарҙы туҙҙырҙы, кейемдәрҙән тартҡысланы, атлап барыусыларҙы этеп шаярҙы» («Беҙҙе осраштырған урын»); «Яҙҙың һулыш алған мәле. Яңы ғына бөрөлгән япраҡтар, баш ҡалҡытҡан үлән-сәскәләр, дымлы тупраҡ – барыһы бергә ҡатышып, ниндәйҙер йылы, күкрәккә инеп тулыр еңел генә еҫ бөркә. Тирә-яҡ дәртләнеп һайраған ҡоштар моңона сорналған, аяҡ аҫтында әллә күпме бөжәк эшсән тормошон башлаған» («Ҡәбер ташы»).
Әҫәрҙәрҙең тел-стиль һыҙаттарына килгәндә, шуны ла әйтеп китеүе урынлы булыр: автор халыҡ ижады үрнәктәре – тапҡыр һүҙҙәргә һәм әйтемдәргә йыш мөрәжәғәт итә. Уларҙа сағыштырыуҙар, образлылыҡ көслө ярылып ята. Мәҫәлән: «Маҡсат менән теләк бергә үрелһә, тағатып булмаҫлыҡ тығыҙ арҡанға әүерелә», «Ике арыҫлан бер ситлектә һыйышмаҫ», «Бер ағымда йөҙөргә уйлағас, айырым һал төҙөп маташмауың хәйерле икән», «… уҙған тормош, аҙашып ҡалған юлсы шикелле, саҡырып ҡысҡырып йөрөй төпкөлдә», «Хәйер, кискеһен һағыш та, ай нурҙары шикелле, нығыраҡ һарғая».
Юморға бай, философик ҡарашлы, тормошсан, ябай тел менән яҙылған Фәиз Харрасовтың был яңы китабы, һис шикһеҙ, үҙ уҡыусыһын табып, уның фекер ҡеүәһен уятыр, һөйөүен яулар тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ә авторҙың үҙенә ялҡынлы ижад, яңы образдар, яңы идеялар теләп, тағы ла яңы китаптарының донъя күреүен теләйбеҙ.


Филология фәндәре кандидаты                    Раушания Солтаҡаева.
***
Йыйынтыҡ БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.
04.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика