Йәш таланттар ижады

Йәш таланттар ижады

   Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте Республика башлығы грантына 2015 йылда иғлан иткән «Яңы офоҡтар» әҙәби конкурсы һөҙөмтәһе булып яңы китап баҫылып сыҡты.
   Был йыйынтыҡҡа «Яңы офоҡтар» конкурсында еңеүсе тип табылған авторҙарҙың, атап әткәндә, Мөнир Ҡунафиндың, Баныу Ҡаһарманованың, Гөлнара Мостафинаның, Рәйлә Сабитованың, Тимур Рәхмәтуллиндың әҫәрҙәре индерелде.
  Баҫманы  «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
13.07.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика