«Йәштәр тауышы – 2018» яңы исемдәр асты

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһында башҡорт, рус һәм татар телдәрендә биш авторҙың китабы донъя күрҙе. Бына улар быйылғы  «Йәштәр тауышы»ның  яңы исемдәре: Айбулат Сәсәнбаев («Күләүектәге болоттар»), Рәсимә Сәлихова («Күңел ҡапҡалары»), Дилә Мөхәррәмова («Беҙ үҫкәндә биш ҡыҙ инек»), Александр Хватков («Ритм времени»), Зөлфиә Сәйетбатталова «Сер йәшергән миләш».
Әйтергә кәрәк, «Йәштәр тауышы» китаптар серияһы 2004 йылда барлыҡҡа килә һәм йыл да йәш шағир һәм яҙыусыларҙың ижад емештәре өс телдә китап итеп баҫтырылып, уҡыусылар хөкөмөнә сығарыла.
Зөлфиә СӘЙЕТБАТТАЛОВА әҙәбиәткә хикәйәләр менән килеп инә, БДУ-ның Стрәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетында уҡыған йылдарында уҡ китап уҡыусыға үҙен прозаик булараҡ таныта.  Факультеттың «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Әҫәрҙәре «Шоңҡар» журналында, «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрендә йыш донъя  күреп тора. Теле бай, ҡәләме үткер Зөлфиәнең  хикәйәләре үҙенең актуаллеге менән айырыла. Йәшлек, мөхәббәт, йәштәрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте – хикәйәләрҙең төп фекерен тәшкил итә. Йыйынтыҡта шулай уҡ юморескалар, хикәйәттәр һәм «Ғүмер - уйын» исемле пьеса ла урын алған.
Айбулат СӘСӘНБАЕВТЫҢ  шиғриәтендә кеше һәм тәбиғәт темаһы өҫтөнлөк ала. Йәш шағир тыуған яғын һағына, Башҡортостанға мәҙхиә йырлай, бала саҡ йылдарына әйләнеп ҡайта, тарих биттәренә күҙ һала, мөхәббәт диңгеҙендә  йөҙә. Шиғриәткә ҡыйыу аяҡ баҫҡан Айбулаттың ижадында юмористик пафослы әҫәрҙәр  ҙә күҙгә бәрелә. «Ай, бул, ат!» исемле шиғырында ул йәнләндереү алымын оҫта ҡуллана:
–  Ай, бул ат! – тим.
Ат бул, ай!
Ергә сабып төш тә
Ултырт мине һыбай!
Һаман күккә ҡарайым,
Өндәшмәне нисә ҡат?!
Бул ат, ай, тим, ай, бул ат!
Ҡараны ла ай, үсекте.
Ҡараны , тел күрһәтте.
Һин үҙең, ти,
Айбулат!
Сәпсим үҙәккә үттең.
Икешәр, дүртешәр юлдан торған бәләкәй күләмле  шиғырҙары аша тотош йөкмәткене асып биреүгә өлгәшә автор, уларҙа  парса жанрының сатҡылары күренеп ҡала:
«Тормош баллы ғына булмай бит тип,
Донъя аръяғына эшкә китте» («Ҡояш»).
Тормош, донъя, тирә-яҡ мөхит хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған йыйынтыҡ китап уҡыусының күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Бәләкәйҙән шиғриәткә ғашиҡ Айбулаттың шиғри шәлкемдәре һәм хикәйәләре республика баҫмаларында даими донъя күрә, Сибай ҡалаһы һәм Башҡортостан кимәлендәге төрлө әҙәби конкурстар еңеүсеһе тип табыла. Бөгөнгө көндә Айбулат Сәсәнбаев «Башҡортостан» дәүләт телерадио компанияһында эшләй.
Рәсимә СӘЛИХОВАНЫҢ «Күңел ҡапҡалары» йыйынтығында  иһә тормош, йәшәйеш, замана проблемалары тупланған. Лирик герой йыш ҡына  күңел кисерештәре аша  ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк, яҡшылыҡ, яуызлыҡ  хаҡында һүҙ йөрөтә («Арығанда»,  «Ваҡытлыса», «Яра», «Ялған байрам» ), шулай уҡ дуҫ, дошман кеүек төшөнсәләрҙе лә урап үтмәй:
Ауыр саҡта кешеләрҙең
Ысын йөҙө күренә -
Дуҫыңдың да битлек кейеп
Йөрөгәне һиҙелә.
Абынғанда ҡулын бирер
Асыҡ йөҙлө изгеләр.
Ниңә икән Һәр саҡ беҙҙең
Яныбыҙҙа түгелдәр? («Ниңә икән?..»).
Сарсап  һыуғанда шишмә һыуына, тәгәрәп барғанда рухи аҙыҡҡа тиңләргә мөмкин булыр ине Рәсимәнең ижадын. Уй-кисерештәренең тәрәнлеге менән уҡыу¬сыны үҙенә йәлеп итә өмөтлө йәш шағирә. Бөгөнгө көндә Рәсимә Сәлихова Белорет районының «Урал» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй, шиғырҙары «Ағиҙел», «Шоңҡар» журналдарында, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрендә донъя күрә  бара.
Дилә МӨХӘРРӘМОВА татар телен¬дә сыҡҡан «Без үскәндә биш кыз идек…» китабында «Тешләнгән алма» һәм  «Без үскәндә биш кыз идек… »  исемле пьесаларын тәҡдим итә. «Тешләнгән алма» әҫәре Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт академия театры ойошторған «Яңы татар пьесаһы» конкурсында 2004 йылда лауреат исемен алһа, 2014 йылда Яңауыл район мәҙәниәт йортоноң «Хаят» халыҡ театры «Без үскәндә биш кыз идек… »  пьесаһын сәхнәләштереп, Ҡазанда үткән «Иҙел-йорт» халыҡ театрҙары фестиваль-конкурсында дипломант була. Дилә Мөхәррәмова – киносценарийҙар, хикәйәләр авторы ла. Бөгөнгө көндә «Диләфрүз» гәзитендә баш мөхәррир булып эшләй.
«Без үскәндә биш кыз идек… »  пьесаһында ата-әсә һәм ул-ҡыҙ проблемаһы яҡтыртыла.  Хәл-ваҡиғалар  Сәлимә әбейҙең ғаиләһенда бара. Ул биш ҡыҙ, бер ул  тәрбәиләп үҫтергән оло йәштәге тәрән хисле, изге күңелле, сабыр,  түҙемле, оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ,  әҫәрҙең төп героиняһы. Йәшлек ғүмерен  көнсөл, иҫерек, мәңге айный белмәгән ире Шәйәхмәт менән уҙғара. Балаларының  ыңғай бармаған тормошонда үҙен ғәйепле тоя, уларға йөрәк йылыһын бирергә тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан улын һәм ике ҡыҙын юғалта. Уларҙың ғүмерҙәренең өҙөлөп ҡалыуында ла үҙен ғәйепләй, шуға күрә лә тормошта урынын таба алмай, күңеле әрней.  Нисек кенә булмаһын, балаларына ул тыуған өйҙөң нигеҙен, тыуған йорттоң тупһаһын  бер ҡасан да һыуытмаҫҡа,  уны дауам итергә кәрәк тигән васыятын тапшыра.
Тормошҡа ҡараш, геройҙарҙың холоҡ-фиғелдәре, төҙәлмәҫлек күңел яралары, киләсәккә уй-хыял, яҡты өмөт һәм йәшәйеш – бына әҫәрҙең төп идея-тематикаһы, авторҙың уҡыусыға әйтергә теләгән фекере. Дилә Мөхәррәмова шулай уҡ кешенең күңел кисереше, донъяға булған ҡарашы  һәр ваҡыт ата-әсә ҡорған нигеҙ менән бәйле, был нигеҙҙе ташламаҫҡа, тыуған тупрағыңды ҡоротмаҫҡа тип тә әйтергә уйлай.
Александр ХВАТКОВТЫҢ  китабы рус телендә донъя күрҙе.  Йыйынтыҡҡа авторҙың дуҫлыҡ, мөхәббәт, тыуған ил, замана  тураһындағы шиғырҙары ингән. Уларҙа яҡшылыҡ, өмөт, дөрөҫлөк, йәшәү мәғәнәһе, кешелеклек, кеселеклек кеүек  дөйөм характерҙағы  мәсьәләләр алғы планға сығарыла. Авторҙың лирик геройы әҙәбиәтте, сәнғәтте, ғөмүмән, һүҙ сәнғәтен  һөйөүсе  ябай ауыл малайы.  Ул ваҡыт һанауы менән рухи яҡтан үҫә, физик яҡтан нығый һәм тормошҡа үҙ ҡарашы булған шәхес булып форомалаша.  Йәш ҡәләм оҫтаһының  «Душой моей не ищется покой» (2008),  «Бродячий пес» (2010), «Мне везет на хороших людей» (2017) исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫылған. 2010 йылда ул Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең  90 йыллығына арналған  әҙәби конкурсының «Поэтик һүҙ» номинацияһында тәүге урынды яулай. Шулай уҡ Төбәк-ара «Илһам шишмәләре – 2017» (Бәләбәй,)  шиғриәт фестивалендә Гран-приға лайыҡ була, «ЛиФФт – 2017»  (Мәскәү)   Бөтә Рәсәй әҙәби фестиваленең көмөш миҙалы менән бүләкләнә.
Баҫмалар берҙәм стилдә тиражы 500 дана итеп нәшер ителгән һәм «Китап»  нәшриәте магазиндарында һатыуға сығарылған.

28.11.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика