«Йәштәр тауышы» серияһында яңы китаптар донъя күрҙе

«Йәштәр тауышы» серияһында яңы китаптар донъя күрҙе

Зөһрә Сафинаның «Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығында йәш ижадсының фәлсәфәүи уйланыуҙарға бай нескә хисле шиғырҙары, ҡайһы бер йырҙары тупланды. Романтик юҫыҡта ижад ителгән был әҫәрҙәрҙә төп урынды мөхәббәт, тәбиғәт темаһы биләй, милли рух сатҡылары төҫмөрләнә.

Шәүрә Туйсинаның «Күңел баҡсам» исемле беренсе шиғырҙар китабына авторҙың бәхетле бала саҡ хәтирәләре, ғәмһеҙ йәшлек кисерештәре, тормош, кешеләр хаҡында уйланыуҙары ингән. Йәш шағирә йөрәгендәге саф, мөлдөрәмә тулы хистәрен шиғыр юлдарына теҙеп, уҡыусыны берсә шатлыҡҡа, берсә һағышҡа сорналған күңел кисерештәре менән таныштыра, сихри мөхәббәт донъяһына әйҙәй.

«Бәхетлеһеңме, тип һорама» исемле хикәйәләр йыйынтығы (татар телендә) Гөлиә Гәрәеваның тәүге ижад емеше. Китапта кеше менән тәбиғәт бәйләнеше, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр, яҡшылыҡ менән яманлыҡтың көрәше тасуирлана, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре яҡтыртыла. Автор ҡатлаулы кеше яҙмыштарын һүрәтләү аша тормош ысынбарлығын күрһәтеүгә өлгәшә.

Ләйсән Мараҡанованың «Күк сәскәләр» тип аталған тәүге хикәйәләр китабы тормошҡа, заманаға, әйләнә-тирәләге кешеләргә, улар араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡарата фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған. Китапта йәшлек, мөхәббәт, ғаилә темалары уңышлы яҡтыртыла, геройҙарҙың күңел кисерештәре оҫта һүрәтләнеп, ҡатын-ҡыҙҙың ҡатмарлы эске донъяһы, үҙ асылын эҙләү барышы күрһәтелә.

Артур Дарраның «Когда я стану Солнцем» повесы (рус телендә) донъяла үҙ асылын, урынын, тәғәйенләнешен эҙләгән үҫмер егеттең күңел түрендә йөрөткән фекерҙәренә, кисерештәренә, көйөнөс-һөйөнөстәренә бағышланған. Автор ихлас, эскерһеҙ рәүештә Йыһан серҙәренә төшөнөргә ынтыла, кешене тик камил биоробот булараҡ ҡабул итеүҙән ситләшеп, рухи бейеклектәргә саҡыра, уйландырырлыҡ һәм тетрәндергес ваҡиғалар хаҡында бәйән итә.

    Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтында (www.kitap-ufa.ru) һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: 246-09-55.

14.09.2016

Возврат к списку