Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар!

     Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте һеҙҙе яҡынлашып килгән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы– Беренсе Май менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай!
     Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы яңырыу, яңы һулыш, яҡты өмөттәр алып килһен! Еребеҙҙә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ нығынһын, ә хеҙмәттәге уңыштар ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен! Һеҙҙең ижтимағи эшмәкәрлегегеҙ әүҙем дауам итһен, профессиональ өлкәлә ижади ҡомарығыҙ һүрелмәһен! Һәммәгеҙгә именлек һәм бәхет, яҙғы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Байрам рух күтәренкелеге, ышаныс бирһен, ҡыйыу ниәттәр, сағыу уй-фекерҙәр тыуҙырһын, яңы хеҙмәт үрҙәренә көс өҫтәһен!


30.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика