Яҙмышына тиңдәш Уралдың

  Бөгөн шағир Сәләх Кулибайҙың тыуыуына 110 йыл (1910-1976).
  Башҡорт халҡының  күренекле шағиры Сәләх Кулибай ижады тураһында уйланған саҡта уның  “Уралдағы уй” тигән шиғыры иҫкә төшә. Шағир, әйтерһең дә, Урал тауының емерелеү белмәҫ баһадир  ҡаяһына баҫҡан да, унан бөтә донъяны күҙәтә, уның бөгөнгөһөн, үткән данлы һәм ҡайғы-хәсрәтле  тарихын байҡай, тауҙар бейеклегенән тороп,  алыҫ киләсәккә күҙ ташлай.
  Алыҫ быуат, яуҙар алға баҫа
  Урал ҡаяһынан ҡараһаң.
  Батыр – антын, тотҡон ҡарғыш һүҙен
  Уйып яҙған һәр бер ҡаяға...
  Мин яуҙарға киттем Уралымдан,
  Килмәһен тип яуҙар Уралға.
  Алыҫ Карпат ҡаяларын үттем,
  Хатта  уҫал, ыжғыр буранда.
  Буранда ла, өнһөҙ  урманда ла
  Мин, именлек теләп донъяға,
  Урал ҡаяһынан күҙ йүгертәм
  Үткән һәм киләсәк заманға...
  Ғүмерен туған халҡына, башҡорт мәҙәниәтенә арнаған һәм тоғро хеҙмәт иткән һалдат-шағир яҡты донъянан бик иртә китте. Ләкин хәҙерге һәм килеп быуындарға том - том китаптары, изге һүҙе -  иманы ҡалды.
15.07.2020

Возврат к списку