Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына – 100 йыл!

Бөгөн арҙаҡлы башҡорт совет шағиры, журналист, 1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтовтың (Яҡуп Ҡолмой) тыуыуына - 100 йыл! Бөйөк ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ, милләттәштәр!
http://союзписателейрб.рф/

Тыуған ерем
Һыуҙарың татлы, йырҙарың яҡшы,
Үҙҙәренсә һайрай ҡоштарың.
Уйымды тарттың, тағы ла ҡайттым,
Һинән матур яҡты тапманым.
Шатлығым артты, хистәрем ташты,
Йәшлек дәртен яҡты дуҫтарым.
Ерҙә ни саҡлы торһам, шул саҡлы
Һағынырмын, тыуған яҡтарым
07.09.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика