Яңы диск тәҡдим итәбеҙ

Яңы диск тәҡдим итәбеҙ

    «Китап» нәшриәтендә БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың электрон вариантта монографияһы донъя күрҙе.

    Зәки Әлибаевтың «Хәҙерге башҡорт романдарының поэтикаһы» исемле монографияһында хәҙерге башҡорт романы поэтикаһының инештәре, формалашыу юлдары тикшерелә. Автор бай материалдар нигеҙендә жанрҙың милли үҙенсәлектәрен өйрәнә. Хәҙерге башҡорт романдарының поэтикаһын тикшереүгә ҙур урын бүлә.

    Компакт-дискыны «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

10.04.2017

Возврат к списку