Яңы дискылар сыҡты

Яңы дискылар сыҡты

   Әнғәм Хәбировтың – «Юл һайлағанда», Рафиға Усманованың «Тәҡдир таҡтаһы» исемле электрон баҫмалар донъя күрҙе.


   

     Әнғәм Хәбиров – яҙыусылар һәм шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙыу оҫтаһы. Авторҙың «Юл һайлағанда» (башҡорт телендә) тип аталған электрон баҫмаһында Назар Нәжми, Тимер Йосопов, Рауил Шаммас, Ирек Кинйәбулатов һ.б. күренекле шағирҙар хаҡында мәҡәләләр бирелде.




  

 

   Журналист, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рафиға Усманова «Тәҡдир таҡтаһы» (татар телендә) баҫмаһында уҡыусыларға очерктар, һүрәтләмәләр, хәтирәләр, нәҫерҙәр, ижади портреттар тәҡдим итә.





    Дискыларҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246‑09‑55.

06.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика