Яңы компакт-диск һатыуға сыҡты

Яңы компакт-диск һатыуға сыҡты

    «Китап» нәшриәтендә Резеда Шәкированың «Рәнйештәр ҙә һалҡын ҡарҙар кеүек» тип аталған электрон баҫма (татар телендә) донъя күрҙе.

    Автор был баҫмаһында уҡыусыларға хикәйә, нәҫер, очерк, хәтирә һәм ауыл мәҙәктәре кеүек проза әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Уларҙың күбеһе тормоштан алынған хәл-ваҡиғаларға таянып ижад ителгән. Әҙибә йәш әсәләрҙең ҡырыҫ һынауҙар алдында бөгөлөп төшөүҙәре, яңы тыуған сабыйҙарын етемлеккә дусар итеп ғүмер буйы михнәт кисереүҙәре тураһында бәйән итә. Әҫәрҙәрҙә шулай уҡ йыл миҙгелдәренә бәйле тәбиғәт күренештәре, алыҫта ҡалған ғәзиз бала саҡтың моңһоу хәтирәләре, ҡатын-ҡыҙ бәхетенең асылы, Ватанға хыянат итеүҙең әсе ғазаптары тасуир ителә.

    Компакт-дискыны «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

30.03.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика