Яңы һүҙлек сыҡты

  Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда, бигерәк тә йәштәр араһында инглиз телен  һәм башҡа сит телдәрҙе өйрәнеү  йылдан-йыл  популярлаша бара.
  Республикабыҙ  уҡыу йорттарында  башҡорт-инглиз төркөмдәре  тиҫтәләрсә йылдар дауамында үҙебеҙҙең  район-ҡалаларға  меңәрләгән белгестәр әҙерләп сығарҙы. Уларҙың күптәре сит илдәрҙә белемдәрен камиллаштырып, әле лә ошо традицияны  дауам итәләр. Сер түгел, был факультеттарҙа инглиз теле рус  теле аша уҡытыла. Бындай практика, әлбиттә, инглиз телен өйрәнеүсе башҡорт балаларына һәм студенттарға төплө белем алырға ҡамасаулай. Ошоларҙың барыһын да ябайлаштырыу, сит телде еңелерәк үҙләштереү  маҡсатында ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Мирхәт Хәсәнов авторлығында «Башҡортса-инглизсә һүҙлек» донъя күрҙе.

  Һүҙлеккә йәнле телмәрҙә  һәм әҙәби телдә, төрлө фән өлкәләрендә  ҡулланылған 20 меңгә яҡын һүҙ һәм һүҙбәйләнеш индерелде.  

  Һүҙлек дөйөм биреү һәм һөнәри уҡыу йорттары уҡыусыларына, юғары уҡыу йорттары студенттарына, шулай уҡ инглиз телен өйрәнеүселәргә тәғәйенләнә.

  Был китап оҙаҡламай беҙҙең магазиндарҙа һатыуға сығасаҡ. Рәхим итегеҙ!
14.09.2020

Возврат к списку