Яңы шиғырҙар йыйынтығы

  Ошо көндәрҙә нәшриәтебеҙҙә ярайһы ғына матур- матур, бай эстәлекле һәм фәһемле китаптар донъя күрҙе. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле шағир Радик Хәкимйәндең “Тауҙарға үрләгәндә” (“Тауларга үрләгәндә”) исемле шиғырҙар йыйынтығы.

  Радик Зәкирйән улының был йыйынтығында һуңғы йылдарҙа ижад ителгән өр-яңы шиғырҙары, йырҙары һәм дә төрлө осорҙа донъя күргән, шиғриәт һөйөүселәр тарафынан яратып ҡабул ителгән әҫәрҙәре тупланды. Уның шиғриәте тормошсан, төплө фекерле, ихлас хистәргә бай, илһамлы шиғриәт ул. Рухлы, тәрән фәлсәфәгә, нескә лиризмға эйә булған әҫәрҙәрендә шағир Тыуған илгә, Ватанға, Башҡортостанға, тыуған яғына, уның кешеләренә, гүзәл тәбиғәтенә, хеҙмәткә һәм дуҫлыҡҡа дан йырлай. Шағирҙың тормош асылын, ғүмер ағыштарын, кеше яҙмыштарын оҫта һүрәтләгән шиғырҙары, ҡайнар хисле мөхәббәт йырҙары уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип ышанабыҙ.

  Күңелдәрҙе илһамландырыусы һәм дәртләндереүсе был ижади йыйынтыҡты нәшриәт магазиндарына мөрәжәғәт итеп тә, сайт аша ла алдырырға мөмкин.
17.09.2021

Возврат к списку