Яңы йылға яңы китаптар!!!

Хөрмәтле китап уҡыусым, әҙәбиәт һөйөүсем, кәңәшсем, фекерҙәшем!!! Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Яңы йылға  һиңә бик күп төрлө  өр-яңы китаптар әҙерләне. Улар араһында балалар, нәфис, фәнни-популяр әҙәбиәт өлкәһенә ҡараған китаптар бар. Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә сыҡҡан яңы китаптар Яңы йыл байрамына бынамын тигән бүләк булыр, күңелеңде сафландырыр, яңы мөғжизәләр тыуҙырыр, ғилемеңде арттырыр, зиһенеңде байытыр, ҡышҡы каникулда үҙеңә серҙәш тә булыр.Бына улар нәшриәттең йылы ғына мейесенән төшкән яңы китаптар:

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/detskaya/antologiya_detskoy_literatury_avt_sost_farzana_gubaydullina...


Балалар әҙәбиәте анталогияһының III томы хронологик тәртиптә Фәтхелҡадир Сөләймәнов менән Ибраһим Ҡыпсаҡ әҫәрҙәренән башланып, урта быуын яҙыусыларының һәм әҙәбиәтебеҙҙең йәштәр ижады менән дауам итә.

III том антологии детской литературы составлен в хронологическом порядке, начинается с произведений таких известных писателей и ученых, как Фатхелькадир Сулейманов, Ибрагим Кыпсак и др. Издание также знакомит юных читиателей с творчеством писателей среднего возраста и молодых авторов.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/proza/bashkirskoe_narodnoe_tvorchestvo_tom_xv_munadzhaty/


Был томда халыҡ хәтерендә һаҡланған, хәҙерге көндә лә башҡарыла килгән мөнәжәттәр бирелә. Күпселек материал – телдән, яттан көйләп башҡарылған мөнәжәттәр. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең архивында һаҡланған (1960-1970 йылдарҙа яҙып алынған), шулай уҡ төҙөүсе йыйған (1982-2018), һуңғы йылдарҙа фольклорсылар тарафынан экспедициялар ваҡытында (2003-2018) яҙып алынған мөнәжәттәр һүҙе, көйө һәм башҡарыу үҙенсәлектәре берлегендә бирелә. Күп кенә мөнәжәттәрҙә иҫке төркисә әйтелеш, шулай уҡ ерле һөйләш үҙенсәлектәре һаҡлана. Жанр традициялары үҫешен сағылдырыу йәһәтенән аныҡ күрһәткес булған йәдкәр дәфтәрҙәренән алынғандары ла бар. Мөнәжәт көйҙәрен нотаға И. Д. Мөслимов һалды.

Томды төҙөүсе һәм инеш мәҡәлә авторы, аңлатмалар, һүҙлек әҙерләүсе филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева мөнәжәттең генетик, тарихи үҙенсәлектәре, тематикаһы, тәғәйене, үҫеш юлдарына ҡағылышлы һорауҙарҙы асыҡлай.

Китаптың текстар өлөшөндә мөнәжәттәрҙең дөйөм төрки ҡулъяҙмалар йәки боронғо дини китаптар мираҫында булғандары түгел, ә башлыса халыҡ хәтерендә, телендә һаҡланған һәм башҡарылғандары, йәғни фольклорлашҡан өлгөләре бирелә.

Мөнәжәттәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәре күбеһенсә халыҡ һөйләшенә, урындағы диалект үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, иҫке төркисә «бу», «имдия», «ирдия», «сән» (һин), һүҙҙәре һәм киҫәксәләре менән бирелә. Аңлатмалар өлөшөндә мөнәжәттең ҡыҫҡаса яҙылып алыу тарихы, урыны, информатор паспорты, тексҡа бәйле иҫкәрмәләр урын алған. Һүҙлектә ғәрәп, фарсынан ингән һүҙҙәрҙең тәржемәһе бар.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/nauchno_populyarnye/literaturnye_muzei_bashkortostana_fanis_yanyshev...


Фәнис Янышевтың яҙыусылар музейына арналған «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары» йыйынтығы барлыҡ һүҙ сәнғәте әһелдәренең ижад донъяһына экскурс яһай.

Йыйынтыҡта һәр әҙиптең музейы ғына түгел, ә унда тупланған материалдар аша яҙыусының биографияһы, китаптарпының яҙылыу тарихы, йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында ла өр-яңы мәғлүмәттәргә юлығаһың. Сөнки автор һәр музейҙың йөкмәткеһен яҡшы белә, ундағы мәғлүмәттәр менән бик оҫта эш итә. Фәнис Янышевтың «Шиғриәт йондоҙо», «Нур сәсеп тора» һәм башҡа яҙмалары айырым художестволы әҫәргә яҡын. Йор телмсәре, бай һүҙе менән уҡыусыларҙы ылыҡтырып тора

Китаптың төп үҙенсәлеклк бер яғы – Башҡортостан менән бәйле башҡа милләт әҙиптәренең дә музейҙары менән дан тота. «Быуаттар аша сәй әхәт» исемле мәҡәләлә С.Т. Аксаковтың Өфөләге йорт-музейында булһаҡ, Надеждино ауылындағы Аксаковтарҙың ғаилә музейы дворян нәҫеле менән таныштыра. «Рухы йәшәй күңелдәрҙә» тигән мәҡәләһендә бөйөк рус шағирәһе Марина Цветаеваның рухи булмышы тулыһынса асыла. Трагик яҙмышлы шағирә беҙҙең республика һәм халҡы менән бәйле байтаҡ иҫтәлектәр һаҡлай. «Наспиҙар балҡытып, һағышҡа һалдың халҡыңды» тигән мәҡәләлә сыуаш классик шағиры Константин Ивановтың тыуған ере – Бәләбәйҙәге музейы менән таныштыра. Ыҫлаҡбаш ауылындағы музейҙа Сыуаш Республикаһынан, Ульянов, Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән ҡунаҡтар менән май айында ҙур шиғриәт байрамы уҙғарылыуы ла мәртәбә генә өҫтәй.

Был йыйынтыҡ менән танышып сыҡҡас, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә булғандай булаһың. Тап һүҙ сәнғәтенең йөҙөк ҡашына әүерелгән шәхестәр музейҙары бар халыҡты ылыҡтырып, күңелдәргә рухи күперҙәр һала. (Зәки Әлибаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе).

Китапта барлығы 22 Әҙәбиәт музейы хаҡында ҡыҫҡаса белешмә бирелә. Йыйынтыҡ башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/proza/chernyy_etap_sabit_fazleev_/


Автор романда 1930-1955 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы тасуирлай. Ике ғаилә яҙмышында Тыуған илдәренән алыҫ Себергә, Ҡаҙағстанға ҡыуылған ватандаштар фажиғәһе сағылдырыла, уларҙың Себерҙә күргән михнәттәре, ғазаптары, тайга халҡының да йәшәйеше тәьҫирле һүрәтләнә.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/poeziya/zhemchuzhiny_vdokhnoveniya_avt_sost_z_sh_karabaeva_e_a_yakup...

Һәр халыҡтың иң оло хазинаһы – һүҙ. Халыҡтың милли ғорурлығын, милли үҙаңын, үҙенең бәҫен һәм ҡәҙерпен һамҡлау һәләтен барыһынан да бигерәк һүҙ сәнғәте тәрбиәләй, барыһынан да нығыраҡ күтәрә, ышаныслы һаҡлай. Быуаттарҙың образлы йылъяҙмаһы булараҡ, шиғриәт халыҡ яҙмышының данлы дәүерҙәрен дә, шанлы ваҡиғаларын да, ҡанлы-зарлы саҡтарын да күңеленә уйып, хәтеренә теркәп йәшәй. Һәр шиғри һүҙе уның йөрәгенән елкендергес кисерештәр һәм ғазаптарҙан һуң тыуған. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған был баҫма башҡорт шиғриәтенең алтын хазинаһын тәшкил иткән халыҡ шағирҙәрының әҫәрҙәренән төҙөлдө.

Китапҡа баш һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙҙы.

Йыйынтыҡҡа Башҡортостандың ун алты халыҡ шағирының (Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Назар Нәжми, Әнғә м Атнабаев, Тимер Йорсопов, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Абдулхак Игебаев, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Хәсән Назар) әҫәрҙәре индерелде.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/nauchno_populyarnye/bashkiry_istoriko_etnograficheskie_ocherki_s_i_r...

Настоящая книга является переизданием широко известной монографии ученого-этнографа, с изменениями, связанными в основном в 1956 г. последнего свода «Правил русской орфографии и пунктуации». Книга дополнена библиографическим указателем С.И. Руденко.

         В ходе работы над изданием была осуществлена пересъемка многих экспонатов из коллекции С.И. Руденко, хранящейся в Российском этнографическом музее, фотографий, которые были использованы в монографии 1955 г.

Предназначается для широкого круга читателей.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/nauchno_populyarnye/sbornik_konstitutsionno_pravovykh_aktov_bashkort...



Сборник содержит извлечения из башкирских шежере, свидетельствующие о добровольном характере вхождения башкир в Московское государство, и нормативные акты Российского государства начиная с XVI века по настоящее время, имеющие судьбоносное значение для башкирского и, безусловно, для всего многонационального народа Республики Башкортостан. В книгу также включены все конституционно-правовые акты Башкирской республики досоветской, советской и постсоветской эпохи.

Издание рассчитано на широкий круг читателей, интересующихся вопросами правового статуса Башкортостана в составе России с исторических времен по сегодняшний день.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/nauchno_populyarnye/korennye_narody_rossii_bashkiry_r_z_yanguzin_f_g...

В данной работе на основе опубликованных и неопубликованных источников, а также историко-этнографической литературы раскрываются происхождение, этнодемография, хозяйственный уклад, социальное устройство и становление духовной культуры башкирского народа.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/proza/kinzya_kniga_tretya_senator_narodnogo_tsarya_gali_ibragimov/

Сенатор народного царя – завершающая часть романа-эпопеи «Кинзя» известного башкирского писателя, лауреата Государственной премии РБ имени Салавата Юлаева Гали Ибрагимова. В произведении широко показана жизнь башкирского народа накануне Крестьянской войны под руководством Емельяна Пугачева и его сподвижника Кинзи Арсланова.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/proza/kinzya_kniga_vtoraya_narodnyy_predvoditel_gali_ibragimov/


Во второй книге романа отображена жизнь башкир в годы Крестьянской войны под предводительством Емельяна Пугачева, показана борьба народа против притеснений царских чиновников, произвола башкирских феодалов, а также дружбу между народами разных национальностей.

         Произведение написано на документальной основе.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/poeziya/belaya_yurta_lyubvi_gazinur_muratov/

Тәбиғәт һәр бер кешене ирекле итеп яралта. Шуға күрә уның өсөн был донъяла иректән дә ҡәҙерлерәк бер ни ҙә була алмайҙыр. Әлеге йыйынтыҡта тупланған шиғыр һәм поэмаларҙа шағирҙың йән хөрлөгө, шәхес иреге тураһында уйланыуҙары үҙәккә алына.

Татар теленән башҡорт теленә тәржемә итеүсе Ф.Ғ. Ноғоманова.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/detskaya/odinokaya_lisa_amina_yakhina/

Автор башҡорт халыҡ ижадына һәм рус әҙәбиәтенән А.С. Пушкин әкиәттәренә («Ҡарһылыу булғым килә», «Алтын балыҡ тураһында хыял», «Етем төлкө», «Сәтрәкәй», «Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы»)таянып ижад иткән пьесаларын уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итә.

Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн.

Башҡорт һәм рус телдәрендә.

****

В книгу включены пьесы («Хочу быть снегурочкой», «Кто не мечтает о золотой рыбке», «Одинокая лиса», «Мизинец», «Азбука особая - дорожная»), которые созданы автором по мотивам произведений башкирского народного творчества, а из русской литературы – по сказкам А. С. Пушкина.

Для детей младшего и среднего школьного возраста.

На башкирском и русском языках.

http://www.kitap-ufa.ru/catalog/proza/deti_ulitsy_aygiz_baymukhametov/


В книге представлены повести и рассказы об осиротевших и обездоленных детях. Читатель невольно начинает воспринимать окружающее глазами главных героев и испытывать неимоверные страдания от проявлений жестокости и несправедливости.

***

Издание осуществлено при финансовой поддержке Федерального агентства по печати и массовым коммуникациям в рамках Федеральной целевой программы «Культура России (2012 – 2018)».



27.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика