Яҡынлашып килгән Һары Сусҡа йылы менән, дуҫтар!

Хөрмәтле Ватандаштар, милләттәштәр!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте барлыҡ республика халҡын һәм ҡунаҡтарын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлай!!!
2019 йыл Башҡоротостаныбыҙ һәм илебеҙ халыҡтарына тик уңыштар, ырыҫ, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар, рух күтәренкелеге алып килһен!!! Һөйөклө Ватаныбыҙ артабан да йылдам аҙымдар менән алға барһын, сәскә атһын, милләтебеҙ үҫеш кисерһен!

Яңы йыл етте!!!
Яңы йыл йыл етте, яңы йыл,
Беҙ көткәнде белгәндер.
Яңы йыл ул – сер тоҡсайы,
Ниҙәр алып килгәндер.
Яңы йыл – яңы юл башы,
Хәйерле була күрһен.
Аҡ теләкле күңелдәрҙе
Аҡ өмөттәргә төрһөн.
Ҡурҡмайыҡ ҡышҡы бурандан.
Буран өйгә инмәһен.
Утлы-уҡлы өйөрмәләр
Ил өҫтөнә килмәһен.
Яңы йылдың матурлығы
Буран менән ҡар бит ул.
Аҡ бурандар аръяғында
Тылсымлы яҙ бар бит ул. (Гөлфиә Юнысова).
http://www.kitap-ufa.ru/catalog/poeziya/ne_ostanavlivayte_menya_v_puti_gulfiya_yunusova/?back_url_ad...

Һары Сусҡа йылы һеҙгә һәм яҡындарығыҙға мул тормош, ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ҙур уңыштар теләй!!!
28.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика