Яҙыусы исемен – лицейға!

Февраль урталарында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте. Унда яҙыусылар, әҙиптең ҡыҙҙары, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сараға Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ла килгәйне.
Ғәли Ибраһимовтың ижад һәм тормош юлын яҡтыртҡан күргәҙмәлә әҙиптең ташҡа баҫылған романдары һәм повестары урын алды. Ҡыҙыл тышлы алтын хәрефтәр менән баҫтырылған, өс китаптан торған “Кинйә” тарихи романы алыҫтан балҡып торҙо. 2018 йылда “Китап” нәшриәтендә трилогия ҡайтанан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргәйне.
Йыйылышты тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова асып ебәрҙе. Беренсе булып яҡты иҫтәлектәре менән Башҡортос¬тандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусин бүлеште. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Хәсән Назар “Ағиҙел” журналы редакцияһында Ғәли ағай менән бергә эшләгән йылдары тураһында һөйләне. Шағир, яҙыусы-сатирик, бихисап халыҡ-ара премиялар лауреаты Марсель Сәлим дә уның тураһында йылы һүҙҙәрен әйтте.
“Китап” нәшриәте директоры Ил¬һам Йәндәүләтов “Кинйә” романын ике телдә баҫтырып сығарыуҙары тураһында ҙур ғорурлыҡ менән хәбәр итте. Әҙиптең вариҫтары һөйөклө атайҙарының ниндәй кеше булыуы тураһында һөйләп бирҙе.
Яҙыусылар союзының идара рәйесе Зәки Әлибаев яҡшы хәбәр менән шатландырҙы: Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимовтың 100 йыллығына арналған сараларҙы ойоштороу комитеты Өфөләге 2-се башҡорт лицейына уның исемен бирергә, бина алдына әҙиптең бюсын эшләтеп ҡуйырға тәҡдим иткән.
Кисәне Айгөл Буранғолова Абдул¬хаҡ Игебаевтың “Ғәли Ибраһимов ағайға” тигән шиғыры менән тамамланы.

http://bashgazet.ru/litiratura/36055-jayusy-isemen-liceja.html
04.03.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика