Ябай ҙа, уйҙарға һалырлыҡ уҡымлы ла...

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап”  нәшриәтендә ошо көндәрҙә Гөл Мирһадиҙың(Гөлнара Шаймөхәммәтова) өр-яңы “Төш” исемле китабы донъя күрҙе. Повесть һәм романдарҙан торған был баҫманы ҡулға алыу менән унда барған хәл-ваҡиғаларҙы уҡыу теләге шунда уҡ уяна. Уҡый башлау менән аҙағынаса  уҡып бөтмәйенсә туҡтау мөмкин түгел.

  Был китапҡа тотош кешелек тормошо һыйған. Изгелек  һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, байлыҡ һәм фәҡирлек, ябайлыҡ һәм тәккәберлек кеүек сифаттар һәр әҫәрҙең башынан аҙағынаса сиратлашып килә.

  Иғтибарығыҙға “Төш “ әҫәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ:

  “...Онотмаҫҡа булдым һине. Ситтән генә күҙәтеп яратырға. Үҙ алдыма. Юҡ, кибеп, ҡороп бөтмәм. Ауырыраҡ, әммә татлы һәләт. Яратып йәшәүгә етмәй инде. Тормош ҡыҙыҡ: төҫтәре икенсе, юҡҡа-барға шатланам, клиенттарымды ҡаршы алам, дауалап оҙатам. Саллыла массажға өйрәнеп ҡайтҡас, әллә ҡайҙан ишетеп өйөмә  дауаланырға ҡатындар килә башланы. Рәхәтләнеп кешеләргә ярҙам итәм, күңелемдәнһинең менән һөйләшәм...

  Быйыл һабантуй көндө  һалҡын ел булды.  Кофтамды кейеп  барҙым. Йылыҡай. Рәзил шашлыҡ алырға китте. Рәфистең батутта һикергәнен көтәм. Әллә ҡайҙан балҡып,  йылмайып һин килеп сыҡтың. Ҡояш сыҡтымы ни!

  -    Ҡулдарың алтын икән бит!- Иҫәнләшергә лә онотоп (кисә генә айырылғанбыҙ, тиәрһең) өшөгән ҡулымды йылы устарыңа  ҡыҫтың. Рәхәт миҙгелде туҡтатырға теләп күҙҙәремде йомдом, буғай. Тамаҡ төбөнә төйөр менеп тығылды. Рәхәттән дә илайһы килә. Ебекмен шул.

  -    Ҡатындар һинең ҡулдарың аша миңә килә хәҙер. Бәхетле булып, балаға уҙып. Күҙҙәрендә нур балҡый. Әсәй булаһы килгән ҡатындарҙы, йөклө түгелһең тип әйтеп, илатып  ҡайтарып ебәреүе әй, ауыр ине. Рәхмәт һиңә! Маладисым минең!

  Киттең дә кире боролоп ҡараның:

  -    Кофтаң бигерәк  килешә!-  тип тағын донъя балҡытып йылмайҙың...

  Килешмәйсә ни: һәр биҙәгендә һин йәшәйһең бит аның. Онтомаҫҡа булдым һине. Бәйләм бәйләп кенә онотоп булмағас...”

  Әҫәрҙең ҡалған өлөшөн китаптан уҡығас белерһегеҙ.

  Китап буйынса нәшриәттең фирма магазинына йәки сайт аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
30.03.2021

Возврат к списку