Ялҡынлы ижад

Шиғырҙары күңелдәрҙе дәртләндерерлек ялҡын һәм дәрт бөркөп тора Абдулхаҡ ағайҙың. Уларҙың исемдәре үҙҙәре үк был ижад емешенең кәйефен, сағылышын алдан уҡ белгертә. Ә ижады менән танышҡанда ноталар барлап йүгергән кеүек - моңло көй ишетелә. Шул замандың, авторҙың тап шул мәлдәге кисерештәрендә ҡолас йәйеп йөҙәһең, онотолоп китеп, уның артынан "эйәрәһең". Абдулхаҡ Игебаевтың ижады рух ныҡлығын уятыр, өмөт ялҡындарын дөрләтеп ебәрер көскә эйә. Хатта шиғриәткә битараф китап уҡыусыларҙы ла тулҡынландырмай ҡалмаҫ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Абдулхаҡ Игебаевтың "Әҫәрҙәр"енә поэмалары, ҡобайырҙары, бағышлауҙары индерелде.
15.11.2021

Возврат к списку