«Ырғыҙ» романы донъя күрҙе

  Классик әҙәбиәтен һөйөүселәр өсөн тағы бер шәп яңылыҡ – ошо көндәрҙә  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы донъя күрҙе.

  Рус яҙыусыһы Леонид Соболев билдәләүенсә, Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын  белмәй тороп, башҡорт  халҡының тормошон аңлау һис мөмкин түгел.

  Һәҙиә Дәүләтшина – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан күренекле яҙыусыларҙың береһе.

   Яҙыусы «Ырғыҙ» романында  тарихи әһәмиәткә  бай булған ҙур дәүерҙе ала.  Автор 1902-1922 йылдарҙағы  башҡорт халҡының  тормошон, революция йылдарында, Граждандар һуғышы  осоронда иҙеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, большевиктар партияһы етәкселегендә  бәхетле тормошҡа сығыуын күрһәтә.

  Китап бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
13.10.2020

Возврат к списку