Юбилейға - яңы китап


  Классик әҙәбиәткә битараф булмаусылар өсөн тағы бер шәп яңылыҡ-Башҡортостандың беренсе халыҡ  шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына ошо көндәрҙә 140 йыл була. Юбилей  айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә яҙыусының  «Фәҡирлектә үткән тереклек» исемле китабы донъя күрәсәк.
  Башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт классигы  Мәжит Ғафуриҙың  тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы  сығарылған был баҫмаға повестар һәм хикәйәләр тупланды.
Китап һөйөүселәр  «Ҡара йөҙҙәр»,  « Фәҡирлектә  үткән тереклек»,  «Аслыҡ йәки һатлыҡ ҡыҙ» кеүек  әҫәрҙәр менән ошо йыйынтыҡ  аша таныша аласаҡ.
17.07.2020

Возврат к списку