Юмор илсеһенән һайланған-яйланған әкәмәт әҫәрҙәр

  Көлөү-шаярыуҙың  файҙаһы хаҡында күп беләбеҙ. Тормошобоҙҙо биҙәп кенә ҡалмай, һаулыҡ һәм күңел торошона ла бик файҙалы, тип иҫәпләй ғалимдар. Билдәле журналист, яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов билдәләүенсә, тап көлөп йәшәгән кешенең күңеле шишмә һыуындай саф була.

  Марсель Шәйнур улының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә ҡыҙыҡ-мыҙыҡ бәйәндәр, тамашалар, кәмиттәрҙән торған “Тишекле таш” исемле  китабы донъя күрҙе.

  Академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, мәшһүр башҡорт “көләссиге” Мар. Сәлимдең  төрлө илдәрҙә,  төрлө телдәрҙә донъя күргән  әскелле-сөскөллө, сәнскеле-төрткөлө әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларҙы  уҡып берәүҙәр көлә, берәүҙәр көйә,  кемдер йылмая, кемдер турһая...

  «Тишекле таш» әҫәренән бәләкәй генә өҙөк:

  «...Ә ул алданы.

  Юҡ, бер Гәүһәрҙе генә түгел, күп кешене алданы. Ҡул аҫтында эшләүселәрен, хужаларын...Яҡын дуҫтарын һәм бөтөнләй яҡын булмаған кешеләрҙе...Унын һүҙенә ышаныусыларҙы һәм ышанмаусыларҙы...Ире өсөн үлә яҙып торған ҡатынын... Үҙен алдашмаҫҡа өйрәткән уҡытыусыһын...

Айырым кешеләрҙе генә түгел, бөтөн дәүләтте  алданы хатта...

Ә ҡайһы берҙә ул, кешеләрҙе алдайым тип, үҙен үҙе лә алданы...

Алдашыу...

Нимә ул? Фәнилдең профессиональ  сиреме? Әллә эш стилеме, маҡсатҡа ирешеү ысулымы?... »

Ошо һәм башҡа һорауҙарға  яуапты әҙиптең «Тишекле таш» китабын алып уҡығандан һуң табырһығыҙ
02.12.2020

Возврат к списку