Йылдарҙа тарих һаҡлана.

Һуғыш. Ошо биш хәрефле һүҙ эсендә күпме мәғәнә, ҡайғы-юғалтыуҙар, әсе күҙ йәше һәм ҡанлы эҙҙәр ята. Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында меңдәрсә әҫәрҙәр ижад ителгән. Тик ошо осорҙа үҫеп, уның михнәттәрен үҙ иңдәрендә татыған балалар һәм йәш быуын, уларҙың яҡындары хаҡындағы яҙмалар бик әҙ.
Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәтендә билдәле шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның  «Һуғыш балалары һөйләй» тип аталған бик фәһемле китабы донъя күрҙе. Беҙ ишетеп, уҡып ҡына белгән ауырлыҡтарҙы улар үҙ иңдәрендә татыған, етемлектең, юғалтыу ғазаптарын кисереп, әжәл менән күҙмә-күҙ осрашҡан һәм тыныс тормош өсөн көрәшкән һуғыш балаларының иҫтәлектәре тупланған. Китап бик уҡымлы, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәгән геройҙарыбыҙҙың хәтирәләре береһен дә битараф ҡалдырмай.
Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына  арналып, тыл ветерандарының иҫтәлектәрен туплаған өсөнсө йыйынтығы был. 2010 йылда «Һуғыш балалары- тарих яралары», 2015 йылда «Һуғыш яралаған бала саҡ» тигән баҫмалары  донъя күргән ине.
Был китап бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
10.06.2020

Возврат к списку