Йырҙар китабы донъя күрҙе

Йырҙар китабы донъя күрҙе

    Танылған шағир Әсхәр Кәшфуллин моң һөйөүселәргә күңелгә яҡын йырҙары аша яҡшы таныш. Уларҙың күпселеге әлеге көндә бик популяр, йырсылар тарафынан да, халыҡ араһында ла даими йырлана.

    Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Мөфтәдин Ғиләжев, Фирзәр Мортазин, Илдар Шәрипов кеүек талантлы композиторҙар көйгә һалған, Салауат Фәтхетдинов, Хәлиҙә Бигичева, Илһам Вәлиев, Айҙар Ғәлимов кеүек билдәле артистар башҡарған йырҙар күптәрҙең күңеленә хуш килер, моғайын.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

10.01.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика