Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенән электрон китаптар һатып алыу

Хәҙерге заманда күптәр китаптарҙы, төрлө дәреслектәрҙе, журналдарҙы электрон форматта уҡый. Уларҙы интернеттан алып, электрон китапҡа, планшетҡа һәм телефонға күсереп уҡыу бигерәк уңайлы.
Әйтергә кәрәк, ғилми-популяр әҙәбиәт ҙур һорау менән файҙалана. Балалар өсөн әҫәрҙәр, уҡыу әсбаптары, башҡорт әҙәбиәте классиктары йыйынтыҡтарының да электрон версияларын теләп һатып алалар.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте баҫмаларҙың электрон версияһын һатыу менән күптән шөғөлләнә. Бының өсөн махсус иҫәпкә аҡса күсерергә генә кәрәк .
Уҡыусыға уңайлы булһын өсөн электрон китап яҙҙырып алыуҙың түбәндәге этаптарын айырып күрһәтәбеҙ:
1. Сайттың иң тәүге битенә инеп, нәфис (художественная), балалар (детская), уҡыу әсбаптары (учебная), белешмәләр (справочные издания), фотоальбомдар (фотоальбомы), хаҡын төшөрөп һатыу (распродажа) бүлектәренән китап һайлайһығыҙ:


2. Әйтәйек, һеҙгә нәфис әҙәбиәт бүлегенән китап кәрәк, ти. Һеҙ шул бүлеккә инәһегеҙ:


3. Сайттың уң яҡ өлөшөндә «Бумажная версия» һәм «Электронная версия» тигән яҙыу күрерһегеҙ:


4. «Электронная версия» тигәнгә баҫһағыҙ, һеҙгә кәрәкле китаптар сығыр:


5. Кәрәкле китапты һайлайһығыҙ. Мәҫәлән:


6. Китап алыр өсөн уң яҡта «Купить» тигән төймәгә баҫырға кәрәк. Шул төймәгә баҫып, кәрзингә («Моя корзина») күсәбеҙ:

7. Бында һеҙ һайлаған китаптар исемлеге, уларҙың хаҡы, һаны, суммаһы күренә. Кәрзиндәге тауарҙарҙы ентекләп тикшереп сығығыҙ, аҫта, уң яҡта, урынлашҡан "Оформить заказ" тигән төймәгә баҫығыҙ:



8. Киләһе биттә һеҙгә асылған форманы тултырырға тәҡдим ителер. Бында «Регион доставки», «Доставка», «Оплата» һәм «Покупатель» тигән пункттарҙы күрерһегеҙ. Шуға иғтибар итегеҙ: «Доставка» һәм «Оплата» тигән пункттарҙың «Самовывоз или покупка элетронных книг» менән «PayMaster» төймәһенә баҫырға кәрәк!!! ФИО, ҡала, телефон, электрон почта адресын яҙғандан һуң тағы ла аҫта, уң яҡта, урынлашҡан "Оформить заказ" тигән төймәгә баҫығыҙ;

9. Артабан һеҙ түбәндәге яҙыуҙы күрерһегеҙ: «Ваш заказ №… от …….. успешно создан. Номер вашей оплаты №…. Вы можете следить за выполнением своего заказа в Персональном разделе сайта. Обратите внимание, что для входа в этот раздел вам необходимо будет ввести логин и пароль пользователя сайта. Оплата заказа PayMaster».
Был этапты үткәндә һеҙгә бер ниндәй ҙә логин һәм пароль талап ителмәй, ул нәшриәттең сайтына теркәлгәндә генә кәрәк була:

10. Быларҙың барыһын да иғтибар менән тултырығыҙ - тик дөрөҫ мәғлүмәттәр генә күрһәтегеҙ. Бында «Оплатить заказ» тигән төймәгә баҫырға кәрәк. Ул һеҙҙе аҡса түләү системаһы сайтына күсерәсәк. Аҡсаны «WebMoney», «Альфа-банк», «ВТБ24», «Русский стандарт», «Яндекс.Деньги», «Промсвязьбанк», «Евросеть/Связной» аша, «Visa», «MasterCard» банк карталарынан һәм «QIWI»-көшөлөктән күсерергә мөмкин. Бер китаптың хаҡы уртаса алғанда 11 һумдан 35 һумға барып етә.


Аҡса түләү менән электрон почтағыҙға һеҙ заказ биргән китаптың PDF форматы килә.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә бөгөнгө көндә баҫмаларҙың башҡорт, рус һәм татар телдәрендә 100-ҙән ашыу электрон версияһы бар.
Бына уларҙың бер нисәһе: Зәки Әлибаевтың «Хәҙерге башҡорт романдарының поэтикаһы», Марат Әминевтың «Фатиха», Рәшит Зәйнуллиндың «Йәшәү көсө», Венер Исхаковтың «Өй эйәһе», Э.И. Мулюковтың (автора-төҙөүсе) «Гете. Неизвестные страницы из жизни известного поэта», Нурия Килмөхәмәтованың «Минең ҡәҙерлеләрем», Алексей Соколовтың « Здравствуй, небо», Резеда Шакированың «Рәнйештәр ҙә һалҡын ҡарҙар кеүек», «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшө», Әнғәм Хәбировтың «Юл һайлағанда», Мөҙәрис Багаевтың «Ете төш», Фәйрүзә Фәтҡуллинаның «Урман табыны», Фәнис Янышевтың «Көрмөт һандуғасы». Зөһрә Фәйзуллинаның «Үҫеп етербеҙ әле», Кристина Стрельникованың «Летела собака», Тамара Искәндәриәнең «Бәрәкәтле көн» исемле бик күп ғилми-популяр, нәфис һәм балалар әҙәбиәте китаптары .

23.08.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика