Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе, Булат Рафиҡов, Сергей Чекмарев исемендәге премиялар лауреаты Ғәлим Дәүләтовтың «Нөгөш буйы малайҙары» исемле китабы донъя күрҙе.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе, Булат Рафиҡов, Сергей Чекмарев исемендәге премиялар лауреаты Ғәлим Дәүләтовтың «Нөгөш буйы малайҙары» исемле китабы донъя күрҙе. Китап ике телдә: башҡорт һәм рус телдәрендә. Рус теленә тәржемәсеһе  О. Тихомиров. Был китапҡа авторҙың әҙәби мираҫынан «Нөгөш буйы малайҙары» повесы, хикәйәләре, поэмалары, шиғырҙары тәҡдим ителә.
Ғ. Дәүләдиҙең «Ташлытау – матур тау», «Нөгөш тулҡындары», «Тау гөлдәре», «Мин – ер улы», «Ҡарағайҙар шаулай ҡаяла», «Мин юлдарға сығам»,  «Урал йондоҙҙары», «Нөгөш буйы малайҙары» (повесть), «Һиңә һүҙем һыя», «Осрашыуҙың яҡты минуттары», «Йәйғор төшкән Уралға», «Ҡурсағым йоҡларға яратмай», «Матурлыҡ ғазабы» исемле китаптары баҫылып сыҡты.
Мәскәүҙә рус телендә «Волны Нугуша», «Помощник Акбай», «Буду как мама», «Мальчики с Нугуша» тигән китаптары донъя күрҙе.
Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru) ала алаһығыҙ. Һатыуҙа бар. Бәйләнеш өсөн телефон: 246-55-09. Хаҡы 90 һум.
18.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика