Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Татарстан китап нәшриәте баҫмалары

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында Татарстан китап нәшриәте сығарған баҫмалар һатыуға сыҡты.
Улар араһында нәфис һәм фәнни-популяр әҙәбиәт буйынса Рафаил Ғәзизовтың «Асыҡ тәҙрәләр» (татар телендә), Ғәҙел Ҡотойҙоң «Тапшырылмаған хаттар» (татар телендә), Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» (татар телендә), Һаҙый Таҡташтың «Һайланма әҫәрҙәр» (татар телендә) һәм «Избранное» (рус телендә), Сәкинә Шәймиеваның «В тени Минтимера» (рус телендә), Рабит Батулланың «Илбашы» (татар телендә), Минтимер Шәймиевтың «Молодая гвардия» (рус телендә), Р.Ғ. Фәхретдинов менән Р.Ғ. Фәхрутдиновтарҙың «История татар» (татар, инглиз һәм рус телдәрендә) китаптары, «Миллиәт һүҙлеге. I том» (төҙөүсеһе Адлер Тимерғалин), «Татар теленең мәктәптәр өсөн аңлатмалы һүҙлеге», «Татар теленең синонимдар һүҙлеге» (төҙөүселәре Ш.С. Ханбикова менән Ф.С. Сәфиуллина), «Татарское народное творчество. Пословицы. Поговорки», «Русско - татарский словарь актуальной лексики. Русса - татарса актуаль лексика һүҙлеге», «Татар теленең тарихи грамматикаһы. Фонетика. Морфология» (авторы Ф.М. Хисамова) кеүек фәнни хеҙмәттәр менән төрлө һүҙлектәр ҙә бар.
Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

19.10.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика