«Китап»та яңы китап: Зифа Ҡадырова – «Яраларың менән яратырмын…»

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинына танылған яҙыусы Зифа Ҡадырованың татар телендә яңы китабы һатыуға сығарылды. Китап «Яраларың менән яратырмын…» тип атала.
    Йыйынтыҡҡа бер хикәйә һәм ике повесть ингән. Был әҫәрҙәрҙә автор ғаилә, мөхәббәт, ысынбарлыҡ, әрнеү-шатлыҡтар, йән тетрәндергес кисерештәр менән киләсәккә өмөт, кешеләрҙең йәшәү рәүеше, теге йәки был эш ғәмәлдәрен тормошсан итеп кәүҙәләндерә.

    «Яраларың менән яратырмын…» повесында Асия исемле ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы хаҡында һөйләнелә. Асия улына һәм ҡыҙына ғүмер бүләк иткән әсә, бәхетле тормошта йәшәй. Йәйҙең бер матур көнөндә ул йәйге ялға тип ауылына ҡайта. Ауылда йәш сағында хыянат арҡаһында айырылышҡан егете менән осраша. 20 йыл элек осрашып йөрөгән Рифат исемле ир-егет Асияның тәүге балаһы – улының атаһы була. Уларҙың еңел-елпе йөрөүе ғаилә драмаһына алып килә лә инде .
     Әҫәрҙә уйланырлыҡ урындар ҙа, хаталарҙы үҙеңә төҙәтәһе икәнен аңларлыҡ хистәр ҙә бар.
    Китаптың хаҡы – 360 һум.

12.07.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика