Филологтар көнө менән!  С днём филолога!

Филологтар көнө менән! С днём филолога!

Туған тел - быуындарҙы быуындарға бәйләп тотор ҡөҙрәт.

Мәрйәм Бураҡаева.

Знание языка открывает путь к сердцу.

Пословица.
25.05.2022
Ысын күңелдән

Ысын күңелдән

Бөгөн, тәбиғәтебеҙ ап-аҡ сәскәләргә төрөнгән мәлдә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаеваның матур юбилейы.
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙының нәшриәттә сирек быуаттан ашыу эшләү осоронда күрһәткән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, оло хөрмәткә лайыҡ. Ул авторҙарға, үҙенең хеҙмәттәштәренә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы, ярҙамсыл һәм мөрәжәғәт итеүселәргә төплө кәңәш биреүсән.

Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы!
Ошондай йәмле һәм иҫтәлекле көнөгөҙҙә Һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең мулын, ғүмерҙең изгелеккә сорналған оҙонон, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр, яҡшы кәйеф юлдаш булһын!
24.05.2022
Бергәләп уҡыйыҡ

Бергәләп уҡыйыҡ

Билдәле яҙыусының был йыйынтығында тыуған яҡтың гүзәллегенә һоҡланыу, матурлыҡҡа ынтылыу, донъя йәмен күрә белеү, тирә-йүндә  йәшәгән барлыҡ йән эйәләренә ҡарата шәфҡәтле булыу серҙәрен асҡан шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре тупланды.

В данный сборник известной писательницы включены стихи, рассказы и сказки, воспевающие красоту родного края, воспитывающие стремление к прекрасному, любовь к окружающей нас природе, к животным, призывающие детей всех народов жить в дружбе и согласии.
23.05.2022

Новости 1 - 3 из 1437
Начало | Пред. | 1 2 3 4 5 | След. | Конец Все