Әҙәбиәт һөйөүселәр, беҙҙең дуҫтарыбыҙ!

Әҙәбиәт һөйөүселәр, беҙҙең дуҫтарыбыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2-се һанлы йортта урынлашҡан магазиныбыҙ 9 ғинуарға тиклем иртәнге 10:00-дән киске 18:00 сәғәткә тиклем төшкө
тәнәфесһеҙ эшләй. 10 ғинуарҙан ғәҙәттәге эш ваҡыты була: 9:00 - 20:00.

Бында Һеҙҙе нәшриәттә донъя күргән, төрлө йәштәге китап уҡыусыларға тәғәйенләнгән, күп төрлө йүнәлештәге баҫма һәм электрон әҙәбиәттән тыш, республикабыҙ журналдары, тыуған яҡты, милли үҙенсәлекте сағылдырған сувенирҙар, магниттар; байрамдарға, тыуған көндәргә, юбилейҙарға асылмалар, саҡырыу ҡағыҙҙары, канцелярия тауарҙары һәм әлбиттә яҡшы кәйеф көтә.

Рәхим итегеҙ!
07.01.2022
Изге доғалар

Изге доғалар

Доға кешенең ғүмер буйы таяна торған изге терәге. Һәр иманлы кешегә доғаларҙы ятлап, уҡып йөрөү ғибәҙәттер. Сөнки доға - ғибәҙәттең төп нигеҙе.
Был баҫмала төрлө ваҡыттарҙа (юлға сыҡҡанда, намаҙҙан һуң, бала тыуғанда һ.б.) уҡыла торған доғалар, сүрәләрҙең бер нисәһе тупланды. Башта ғәрәпсә яҙмаһы, унан башҡортсаға яраҡлаштырылған әйтелеше һәм тәржемәһе бирелде. Бәләкәй кенә китапсыҡ үҙең менән алып йөрөүгә уңайлы. Кәрәк саҡта һәр саҡ асып уҡырға була. Ошо изге ҡулланма уға эйә булған һәр уҡыусыбыҙға таяныс һәм ярҙамсы булыр.
06.01.2022
Ял минуттарында

Ял минуттарында

Был китаптар сағыу, үҙенсәлекле  сюжеттары, матур һүрәттәре менән бер- береһенән айырылып тора. Бала саҡта күптәр яратып уҡып үҫкән әкиәттәр, фәһемле хикәйәләр, матур шиғырҙар һәм башҡа файҙалы мәғлүмәттәр ял минуттарында ғаилә менән уҡыу ,фекер алышыу өсөн бик шәп мөмкинлек бирер.
05.01.2022

Новости 25 - 27 из 1314
Начало | Пред. | 7 8 9 10 11 | След. | Конец Все