Иң бәләкәстәр өсөн төҫлө әкиәт. Сказка для самых маленьких
Ҡояш ниндәй төҫтә? Еләктең төҫө ниндәй? Белемгә ынтылған, уҡырға яратҡан Айыухан менән бергәләп Тейенкәйҙән төҫтәрҙе өйрәнәйек. Гөлнара Мостафина "Айыухан төҫтәр өйрәнә" тип аталған башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән әкиәттә ябай һәм хәтерҙә тиҙ ҡалырлыҡ итеп аңлатып бирә төҫтәрҙе. Артур Вәсиловтың һөймәлекле һәм йәнле һүрәттәре бәләкәс дуҫтарыбыҙҙың иғтибарын оҙаҡ ваҡытҡа йәлеп итер.
Китап беҙҙең магазинда.
Китап беҙҙең магазинда.
01.08.2022
Бәләкәстәргә шатлыҡ
Башҡортса уҡырға өйрәнергә бик уңайлы булған, Гөлнара Йыһангированың эре хәрефтәр менән яҙылған "Бәхет ҡуласаһы" исемле матур һүрәтле китабын күрегеҙ. Автор балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләй һәм донъяға кескәйҙәр күҙе менән бағып яҙылған шиғырҙарын тәҡдим итә.
Китап нәшриәт магазинында һатыуҙа. Бәләкәстәрҙе ҡыуандырырға ашығығыҙ.
Китап нәшриәт магазинында һатыуҙа. Бәләкәстәрҙе ҡыуандырырға ашығығыҙ.
30.07.2022
Мауыҡтырғыс әҫәрҙәр
Был китапты ҡулға алыр алдынан, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ, кәңәшебеҙ бар: башта ғаилә ағзаларының тамағын туйҙырып алығыҙ, артабан плитәгеҙҙе һүндереп ҡуйығыҙ һәм берәүгә лә, тиҙ арала хәл итермен, тип вәғәҙә бирмәгеҙ. Сөнки ошо китаптың тәүге битен асһағыҙ, аҙағына тиклем уҡып бөтмәйенсә унан айырыла алмаҫһығыҙ! Иң яҡшыһы - ашығыс эштәрҙе теүәлләп ҡуйып, тыныс урында, аулаҡта иркенләп урынлашып уҡыу. Китаптың һуңғы битенә еткәс кенә ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтырһығыҙ.
Яңы авторҙарҙың - Мансур Һиҙиәтов, Риф Йөҙлөкбаев, Радик Әхмәтовтарҙың повестары - бер китап булып донъя күрҙе.
Яңы авторҙарҙың - Мансур Һиҙиәтов, Риф Йөҙлөкбаев, Радик Әхмәтовтарҙың повестары - бер китап булып донъя күрҙе.
29.07.2022
Новости 7 - 9 из 1479
Начало | Пред. | 1 2 3 4 5 | След. | Конец
