Хөрмәтле дуҫтар!

Хөрмәтле дуҫтар!

Һеҙҙе Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса урынлашҡан китап магазиныбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Ял көндәрен бергә үткәрәйек.
Рәхим итегеҙ!

Дорогие друзья!

Ждем Вас в нашем магазине, расположенном по адресу: г. Уфа,
проспект Октября, 2. Проведем выходные вместе.
Добро пожаловать!
08.10.2021
Хистәр болотонда

Хистәр болотонда

Тамара Искәндәриәнең "Һайланма әҫәрҙәр" исемле китабына шағирәнең яҡты хистәргә бай шиғырҙары һәм поэмалары тупланған. Авторҙың ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләренең береһе. Унда үҙ халҡының тарихы һынланышын, яҙмышы өсөн борсолоуҙы, Тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү, мөхәббәт кисерештәрен бар матурлығында тойорға мөмкин.

07.10.2021
Иғтибар - көтөп алынған баҫма

Иғтибар - көтөп алынған баҫма

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, логопедтар һәм ата-әсәйҙәр өсөн шатлыҡлы яңылыҡ:
Э. Ғ. Ҡасимова һәм Д. Р. Баклееваларҙың
"Балаларҙың һөйләү телмәре үҫешен тикшереү альбомы" донъя күрҙе.
Был уҡыу баҫмаһында бәләкәстәр өсөн телде өйрәнеү, әйтелештәге хаталарҙы төҙәтеүгә ярҙам булып, башҡорт алфавитындағы һәр өнгә сағыу, матур, йәнле һүрәттәр бирелгән. Уларға мауыҡҡан баланың өндәрҙе бар тулылығында әйтергә теләге уяныуында шик юҡ.
Был баҫма башҡорт телендә һөйләшкән, телмәр тайпылыштары булған балаларҙың телмәр үҫешен тикшереү өсөн уҡыу йорттары һәм медицина учреждениелары логопедтарына һәм педагогик уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнә.
05.10.2021

Новости 22 - 24 из 1213
Начало | Пред. | 6 7 8 9 10 | След. | Конец Все