картинка Сказки Йылбабая
Тип издания

Линиза Шакирова был китабына “Белербай менән Шыуыр”, “Бәпембә”, “Гөлдәр илендә”, “Йылбабай”, “Ураҡҡойроҡ”, “Йәмилә”, “Илгиҙәр һәм уның дуҫтары”тип аталған әкиәттәрен, бик күп шиғырҙарын һәм яңы йыл байрамына сценарийҙарын индергән. Әйткәндәй, мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән китапта авторҙың ҡыш тураһында шиғырҙары байтаҡ урын алған. Йылдың төрлө миҙгелдәренә арнап яҙылған “Ҡар бөртөктәр”, “Ҡар бабай”, “Ҡыш бабай”, “Ергә һөйрәтеп толобон…”, “Ап-аҡ мендәр-болоттан…”, “Боҙло санаһын һөйрәп…”, “Рамай менән ҡарға”, “Ҡоштар һыйлайым” кеүек һәм башҡа  шиғырҙары ла бик мауыҡтырғыс итеп яҙылған, хәтерҙә лә тиҙ генә ҡалырлыҡ.

Новинка
да
Автор
Линиза Шакирова