Башҡортостандың халыҡ шағиры, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге һәм Аҡмулла премиялары лауреаты Гөлфиә Юнысова ижады әҙәбиәт донъяһында үҙе айырым бер йондоҙ булып балҡый.  Был йондоҙ балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бер тигеҙ яна, бер төрлө яҡтылыҡ сәсә, тип әйтергә мөмкин булыр ине. Әҙәбиәттә балалар яҙыусыһы тип танылған Гөлфиә апайҙың ижадында һәр кем өсөн дә урын бар. Китап уҡыусыларҙың олоһонан кесеһенә тиклем шағирә Гөлфиә Юнысованың ижадын яратып уҡый, шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңлай, һоҡлана, күңелен байыта.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә әҙиәбәнең «Туҡтатмағыҙ юлдарымдан» исемле өр-яңы китабына авторҙың элекке китаптарынан һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, йырҙары һайлап индерелде. Ижад донъяһына балалар әҙәбиәте аша килеп ингән Гөлфиә Юнысова бөгөн дә талпынып, дәртләнеп, бәләкәстәр өсөн шиғыр яҙа. Улар әленән-әле республика матбуғатында баҫылып тора.

Новинка
да