Һәр халыҡтың иң оло хазинаһы – һүҙ. Халыҡтың милли ғорурлығын, милли үҙаңын, үҙенең бәҫен һәм ҡәҙерпен һамҡлау һәләтен барыһынан да бигерәк һүҙ сәнғәте тәрбиәләй, барыһынан да нығыраҡ күтәрә, ышаныслы һаҡлай. Быуаттарҙың образлы йылъяҙмаһы булараҡ, шиғриәт халыҡ яҙмышының данлы дәүерҙәрен дә, шанлы ваҡиғаларын да, ҡанлы-зарлы саҡтарын да күңеленә уйып, хәтеренә теркәп йәшәй. Һәр шиғри һүҙе уның йөрәгенән елкендергес кисерештәр һәм ғазаптарҙан һуң тыуған. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған был баҫма башҡорт шиғриәтенең алтын хазинаһын тәшкил иткән халыҡ шағирҙәрының әҫәрҙәренән төҙөлдө.
Китапҡа баш һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙҙы.
Йыйынтыҡҡа Башҡортостандың ун алты халыҡ шағирының  (Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәми  Ғарипов, Рауил Бикбаев, Назар Нәжми, Әнғә    м Атнабаев, Тимер Йорсопов, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Абдулхак Игебаев, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Хәсән Назар)  әҫәрҙәре индерелде.

Новинка
да