Шиғриәт донъяһына рәхим итегеҙ!

Бөгөн шағир, Рәсәйҙең  һәм Башҡортостандың   Яҙыусылар берлеге ағзаһы Салауат Рәхмәтулланың (Салауат Рәхмәтуллин) тыуыуына 80 йыл.

Салауат Ибраһим улы сығышы менән Ауырғазы районы Солтанморат ауылынан. Үҙенең тыуған яғында, Ишембай һәм Аҡкүл ауылдарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Студент йылдарынан шиғырҙар яҙа башлай, уның ижад емештәре ҡала һәм республика баҫмаларында даими донъя күрә. Талантлы һәм тынғыһыҙ ижадсының эшсәнлеге Хәким Ғиләжев, Ғәлимйән Ибраһимов, Ғәли Ибраһимов, Илдар Юзеев исемендәге премияларға лайыҡ була.

Иғтибарығыҙға әҙиптең нәшриәттә сыҡҡан ике баҫмаһын тәҡдим итәбеҙ. “Уйларға кәрәк әле...” һәм “Шиғриәт дәресе” исемле балалар китаптары улар.

Ике китап та тышынан уҡ үҙенең сағыу һүрәттәре менән әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп, саҡырып тора. Баҡтиһәң, тышы ғына түгел, эсе лә сағыу икән: күңелле, еңел шиғырҙар, уларҙың һәр береһенә тап килтереп төшөрөлгән матур-матур һүрәттәр был китаптарҙы ҡулына алған һәр кемдең һушын алмалы. Уларҙы ял минуттарында кескәйҙәр менән бергә уҡырға мөмкин, дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн дә бик ҡулай. Ҡыҫҡаһы, уҡығы килеп кенә тора.

Баҫмалар нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
01.02.2022

Возврат к списку