14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ
Бөгөн бөйөк башҡорт улы, мәғрифәтсе-шағир, атаҡлы һүҙ оҫтаһы,
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл. Был көн республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!..
Мифтахетдин Аҡмулла Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең волосының - хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы Туҡһанбай ауылында тыуған.
Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы һәм әсәһе Бибиөмөгөл Сәлимйән ҡыҙы Күл-Иле-Мең волосының аҫаба башҡорттары.
Мифтахетдин Камалетдин улы башланғыс белемде тыуған ауылында ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдары мәҙрәсәләренә йөрөп уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһенең шәкерте була, бында ул башҡорт мәғрифәтсеһе, фәйләсуф, шағир, дин белгесе Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала. Аҡмулла ҡыҙыҡһыныусан һәм уҡымышлы бала була, тарихты һәм әҙәбиәтте айырыуса яҡын күрә, яҙышырға ярата. Шәмсетдин Зәки менән аралашыу уны шиғриәткә нығыраҡ яҡынайта.
Аҡмулла - төрки донъяһында киң билдәле шәхес, көнсығыш поэзияһының һөйләү һәм яҙма рәүештәренең иң яҡшы традицияларын дауам итеүсе лә, шиғриәтте яңы идеялар һәм мәғрифәтселек рухы менән байытыусы ла - ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры.
Ситтә йөрөгәндә Аҡмулла мөғәллимлек итә, балта оҫтаһы ла булып эшләй, үҙендә сәсәнлек һәләтен аса. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ балаларын уҡытҡан шағир сәсәндәр һәм аҡындар араһындағы әйтештәрҙә ҡатнаша. Мәғрифәтсе булараҡ халыҡты аң-белемгә, үҫешкә өндәй, аҡылды, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай.
Мифтахетдин Аҡмулла йөкмәткеһе һәм рәүеше буйынса үҙенә генә хас шиғриәт мәктәбе ойоштора. Ошо мәктәп Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый, Шафиҡ Әминев-Тамъяни һәм башҡа күренекле һүҙ оҫталарының ижадына ла йоғонто яһай.
Аҡмулла ижады тарихи ысынбарлыҡты бар дөрөҫлөгөндә асып бирә, ябай халыҡ тормошондағы киҫкен мәсьәләләрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының донъяға ҡарашының, башҡорт әҙәби теленең формалашыуында һәм үҫешендә мөһим роль уйнай. Уның әҙәби мираҫы баһалап бөткөһөҙ.

14.12.2021