20 октябрь - бөйөк Мостайҙың тыуған көнө

  Бөгөн бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусыһы, драматургы, публицисы, гражданы һәм яугиры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл (20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл).

  Халҡыбыҙҙың данлы улы Мостай Кәрим донъя әҙәбиәтенә сикһеҙ ҙур өлөш индергән, башҡорт халҡын яңы бейеклектәргә күтәргән. Ул үҙенең бар көсөн һәм талантын бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Мостафа Сафа улының ошо көндәрҙә яҙыусының түбәндәге китаптары оҙаҡламай донъя күрәсәк:

   «Әҫәрҙәр. 11 том»  китабы.

  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим  «Әҫәрҙәр »  енең XI томына авторҙың  төрлө йылдарҙа  яҙылған очерктары, баһаламалары,  ҡыҫҡа мәҡәләләре, хаттары индерелде.

  «Ярлыҡау» (Помилование).

  «Ярлыҡау» повесында Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына ҡайта.Әҫәрҙә фронт һыҙығына яҡын ерҙә ярты тәүлек эсендә барған фажиғәле ваҡиғалар  һүрәтләнә.

  «Өс таған» (Таганок).
  
  Был повесть башҡорт уҡыусыһының тәрән ихтирамын яуланы,аҙаҡ рус һәм бүтән телдәргә тәржемә ителгәс,миллионлаған китап уҡыусыларҙың күңелдәрен биләне. Күп милләтле әҙәбиәтебеҙҙең күренекле әҫәрҙәре рәтенә инде.

  Шағирҙың  «Әҫәрҙәр» китабының 7,8,9,10 томдарын  беҙҙең магазиндарҙан  һатып алырға мөмкин.
20.10.2020

Возврат к списку